Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 00:02

Әбйәлилдә ҡот осҡос хаслыҡ ҡылғандар...

Кемдең ҡулы еткән быға?

Кисә төндә Әбйәлил районының Байым ауылы эргәһендә быға тиклем булмаған ҡот осҡос хәл теркәлгән: билдәһеҙ әҙәмдәр бер ауыл кешеһенән үс алып, яландағы өйөлгән бесәненә ут төрткән.
Бының алдан уйланып, әҙерләнеп ҡылынған енәйәт икәнлеге күренеп тора, сөнки яланында ултырған ике тиҫтәгә яҡын күбәнең бөтәһенә лә ут төртөлгән.
"Бына, ауылдаштар, бесән яна! Ялҡауы килмәй ут төртөп сыҡҡандар һәр бер күбәгә. Беҙҙең Күбәләк эргәһендә, Байым янында. Һәр бер күбә яна! Кемдең ҡулы еткән быға?!." - ти был хәлде видеояҙмаға төшөргән кеше.
Халыҡ зыян күргән бесән хужаһына ярҙам тәҡдим иткән, әммә ул баш тартҡан һәм аҡса йыйыуҙы ойоштормауҙарын һораған. Шулай уҡ: "Был хәлде үҙ файҙаһына бороп, аҡса йыйыуҙы ойошторорға тырышҡан йылғыр әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ", - тип иҫкәрткән.
Фото: скриншот
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в