Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 11:44

Бәғерһеҙ әсә үҙ язаһын алды

Балаларын туҡмаған, баштарын стенаға, өҫтәлгә ҡуша һуҡҡан, һыуыҡта балконда кейемһеҙ баҫтырып ҡуйған, ашатмай ыҙалатҡан...

Бөгөн Өфөнөң Киров районы судында 48 йәшлек Элина Сомоваға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған.

2009 йылдан 2018-гә тиклем әсә булған кеше балаларын, шул иҫәптән уллыҡҡа алынғандарын да, психик һәм физик яҡтан ҡыйырһытҡан: туҡмаған, хатта баштарын стенаға һәм өҫтәлгә ҡуша һуҡҡан, һыуыҡта балконда кейемһеҙ баҫтырып ҡуйған, ашатмай ыҙалатҡан, ит ашауҙы бөтөнләй тыйған. Әсәнең был ҡылыҡтары бер ниндәй сиктәргә лә һыймай. Суд уны үҙ балаларын язалауҙа ғәйепле тип табып, шартлы рәүештә дүрт йылға иркенән мәхрүм иткән. Ә хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танымай.

Элинаның яҡындары ла уның бындай яман ҡылығына ышанмай. "Үҫмер ҡыҙы, ата-әсәһе айырылышҡас, бай атаһы менән ҡалыуҙы хуп күрҙе, тегеһе ҡыҙына ҡиммәтле бүләктәр алып бирә. Бөтә мөлкәтте үҙендә ҡалдырыу ниәтендә элекке иренә ҡатыны өҫтөнән ялыу яҙырға кәрәк булғандыр", - ти береһе.

Хәҙер балалар атаһы менән йәшәй, ә тәрбиәгә алынғандары опека һәм попечителлек органдары тарафынан ваҡытлыса опекаға тапшырылған.

Фото: Олег Яровиков
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: