Акция 19 һәм 26 сентябрҙә үтәсәк. Унда барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәләсәк. Акцияла, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, 91 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ.
Борис Беляев белдереүенсә, быйыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһын “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән берләштерәсәктәр. 2020 йылда был проектта 67 дәүләт ҡатнаша. Өмә барышында бөтә ил буйлап Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнап миллионлап ағас ултыртыласаҡ. Был Бөтә Рәсәй акцияһы донъялағы иң ҙур экологик сара булараҡ Гиннес рекордтары китабына инеүгә дәғүә итә.
Радий Хәбиров 26 сентябрҙә үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһында Хөкүмәт ағзалары, республика власы органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары һәм депутаттар ҡатнашһын тигән тәҡдим индерҙе.
Ул шулай уҡ, бәләкәй үҫентеләр түгел, ә ҙурайған ағастар ултыртырға кәрәк, тине. Артабан уларҙың нисек үҫеп китеүен дә иғтибар менән күҙәтергә ҡушты.
Ағастар “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса ремонтланған биләмәләрҙә лә ултыртыласаҡ.