Әйткәндәй, ул йыйылышта милли кейемдә һәм башҡорт телендә сығыш яһаны. Милли костюм көнөндә ойошторолған сараларҙың күбеһе онлайн форматта була.
“Милли кейем көнөндә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ тамырҙарына ихтирамлы ҡараш һәм эшлекле этник һыҙат өлгөһө күрһәтеренә ышанам”, – тип белдерҙе Фәнүр Йәғәфәров.
Милли кейем көнөнә арналған сараларҙы Өфөнөң “Торатау” конгресс холы янында йомғаҡлау ҡарала. Унда ҡатнашыусылар күмәкләп әйлән-бәйлән башҡарасаҡ.
Был мәҙәни сарала беҙҙең райондаштар ҙа әүҙемлек күрһәтеп, ошо көндә булһа ла, милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирһә икән тип теләйбеҙ. Башҡорт күлдәгендә төшкән фотоларығыҙҙы беҙҙең төркөмгә лә ебәрергә онотмағыҙ.