Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 13:30

Ул биш көн элек юғалғайны...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирекмәндәр насар хәбәр еткерҙе.

Нефтекама ҡалаһында 28 йәшлек егет машина урлап ҡасҡан. Бер ауырлыҡһыҙ, тиһәң дә була, сөнки хужаһы асҡысын машина салонында ҡалдырған.
Һуңғараҡ полицейскийҙар ВАЗ-2115-те Карл Маркс урамында табып алған. Баҡтиһәң, бур уны шунда ташлап киткән.
Видеокамералар ярҙамында урлаусының шәхесен асыҡлайҙар. Ул алдан да суд эскәмйәһендә ултырған егет булып сыҡҡан. Танышыма ғына барып киләйем тигәйнем, шуға алдым, тип аңлатҡан ул был ҡылығын. Шулай тиһә лә, машинала ятҡан сумкаға айыу майы һөрткән ул.
Был осраҡ буйынса енәйәт эше асылған һәм шик аҫтындағы гражданға әлегә ситкә сығып йөрөргә ярамай тигән ҡарар сығарылған.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tanishina-barip-kil-m-tip-442327/
Читайте нас: