Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 00:44

Ҡояш ҡыҙы Сафияның ҙур шатлығы

“Ҡасандыр ике йәшенә тиклем атламаған балама ҡарап, бындай уй хыял ғына ине," - ти Земфира Байбулдина.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның ҡыҙы Сафия тураһында күп яҙҙыҡ.
Быйыл Ҡояш ҡыҙы Сафия тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын үрелеп асҡан. “Бәйләнештә” сәхифәһендә Земфира Байбулдина үҙенең шатлығы менән уртаҡлашып, былай тип яҙған: “Ҡасандыр ике йәшенә тиклем атламаған балама ҡарап, мәктәпкә уҡырға барыу тигән уй хыял ғына ине. Бөгөн ошо маҡсат тормошҡа ашты! Ҡыҙым, шөкөр, үҙ аяҡтарында атлап, ҡулына сәскә тотоп, бәхетле йылмайып мәктәпкә юл алды! Әлегә ҡайҙа, нимә өсөн барғанын бик аңламаһа ла, шөкөр тинем. Был башы ғына. Беҙ Өфө ҡалаһының 59-сы коррекция мәктәп-интернатын һайланыҡ. Уҡытыусы Айгөл Илфат ҡыҙына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем!”
Беҙ ҙә яратҡан алып барыусыбыҙ һәм йырсыбыҙ Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зариповтың ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ һәм ҡыҙҙарының имен-һау мәктәпте тамамлауын теләйбеҙ. Сафия, уңыштар һиңә!
Фото: Земфира Байбулдинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: