Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 01:02

МИН БИТ ҺИНЕ МЕҢДӘР АРАҺЫНАН... М. СИРҒӘЛИНА ХИКӘЙӘҺЕ

- Һуң ошонда ғына һалып тор тип биргәйнем бит үҙеңә. Ҡайҙа тыҡтың икән, иҫлә...- Иҫлә тиеү анһат, кистән үк ҡарап ҡуйырға булмай инеме ни, юлға сығыр саҡта эҙләндерәһең...- Онотҡанмын шул, машинаны ҡабыҙғас иҫкә төштө...

Таң һарыһы беленер-беленмәҫ мәл. Солан келәтендә ике йән ҡабаланып ниҙер эҙләй. Ҡатын кеше - Тәслимә. Ир - Мәхмүт. Эҙләгәндәре ни тиһегеҙме? Запчасть . Эйе, бер тимер киҫәге генә. Ҡайһы ваҡыт бармаҡ осондай ғына деталь дә доньяның аҫтын-өҫкә әйләндереп эҙләнергә мәжбүр итә. Тағы ла Мәхмүттең сабырһыҙ тауышы ишетелә:
- Эй әттәгенәһе! Һуңдайым инде...

Тәслимә ултырғысҡа баҫып, һәндерәнән ниҙер тапты ахры, ҡыуаныулы тауышы :
- Йәнде алырҙан таптырған нәмәң ошо түгелме? Мә!,-тине.
- Эйе, ошо... бынаусама ҡалмаң араһынан нимә тапмаҡ кәрәк, быраҡтырып бөтмәй ней быларҙы...,- һөйләнә-һөйләнә Мәхмүт сығып китте соландан.

"Ҡалма тинеме шул? " Тәслимә иренең әйткән һүҙҙәренә аптырап келәт эсен күҙ ҡарашы менән айҡаны . Барыһы ла кәрәкле, ҡәҙерле генә әйберҙәр : әсәһенән ҡалған ҡомартҡы еҙ самауыр, таш тирмән, дебет аялай торған ҡулайлама, ҡәйнәнән ҡалған аяҡ теген машинкаһы, тимер күкрәкле сепарат та күптән һөт төҫөн күрмәй тын ултыра... "Ҡалма тиерлек ҡый юҡ әле, Мәхмүттең һүҙенә ышанһаң ! Саң баҫып ҡына киткәндәр китеүгә ",- Тәслимә ынтылып ҡына еҙ самауыр ҡапҡасын усы менән һыпырып ҡуйҙы. Саң аҫтынан һары еҙ төҫө йылмайып күҙ ҡыҫҡандай йылтырай. Тәслимәнең күҙенә самауыр торбаһында ҡағыҙ барлығы салынды. Күптән ҡайнатҡаны юҡ шул, анһат газға һалынып алды. Нимә икән ул ҡағыҙҙа? Йомарлаулы ҡаты ғына ҡағыҙ урамаһы тиҙ генә был яҡҡа сыҡмай кипсәлде. Ҡыҙыҡһыныу еңде - һөйрәп алды барыбер Тәслимә тегене. Ҡышҡы иртә һыуыҡ, еңел кейенгән ҡатын һыуыҡһып ҡалтырап ҡуйҙы. Ҡулындағы сәйер ҡағыҙ төргәген тотоп, солан утын һүндереп өйгә инде. Өйҙә йылы. Йыйыштырылмаған өҫтәл ситенә килеп, баяғы ҡағыҙҙарҙы ҡутарып ебәрҙе ҡатын. Был бит Тәслимәнең үткәндәре! Яҙып та почтаға алып барып һалмаған әсәһенә тәғәйен хаты, фотолар, көндәлеге...
Тәслимә иң ҡәҙерле әйберен юғалтып таптымы ни ! Әллә өшөүҙән, әллә шул тиклем тулҡынланыуҙан ҡалтыранған ҡулдары менән һәр фотоны күҙ йәштәре аша ҡараны. Бына, быныһы уның иң һуңғы тапҡыр сәхнәлә төшкән фотоһы. Шул тиклем өҙөлөп өҙҙөрөп бейегәйне ул шул саҡ, аяҡтары сәхнә иҙәнен тоймай күбәләктәй талпынғайны ! Әллә һуңғы тапҡыр талпынғанын аңлап шулай ҡанатланғайны микән? Бая ғына самауыр ҡапҡасын һыпырған ҡулдар әле килеп башҡорт ҡыҙы кейемендә сәнәлә төшкән йәш ҡыҙ фотоһын һыйпап, һыҡтай башланы. Аяҡтарым, эх аяҡтарым... Сүкеш шикелде тупылдап, беҙ кеүек тишә баҫҡан саҡтарығыҙ бар ине бит?!

Тәслимә өйҙә яңғыҙлығынан файҙаланып һығылып илап, аяҡтарын һоноп диванға ултырҙы.Мәхмүт өйҙә булһа иларһың, иламай ней! Аулаҡ булғанға ғына былай балауыҙ һығыу.Ҡаты бит ул Мәхмүт ! Ҡаты ғына түгел - уҫал тәртип талап итеүсе, ебеп ныйылдауҙы ене күрә. Үҙе лә аҙ һүҙле.
Эх, кем әйтһен хәҙер Тәслимәне бейеүсе тип, бар ине бит алтын мәлдәр...
Тәслимә был ҡағыҙҙарҙы ҡасан ошо самауыр торбаһына тыҡҡайны әле? Иҫләне. Яман туҙынған иренең ҡулында бар йәш саҡта төшкән фотолар йыйылған альбомдың ут тамағына инеүен күргәс, йәшереп кенә келәткә индереп ошо фотоны һәм көндәлеген ҡыҫтырғайны самауыр эсенә. Онотҡан да әле ул үҙе.
Көндәлек...күпме эс серем шаһиты һин ! Йомарлаулы ҡалын дәфтәр өҫтәлдә яҙылмай йомарланып ябыла ла ҡуя. Тәслимә ике ҡулы менән ҡайырып биттәрен тотоп, тигеҙ матур хәрефтәр менән яҙылған яҙмаға йомолдо...

12. 09.82
Эшләп йөрөгән булам әле. Мәктәпкә өйрәндем тиерлек. Коллектив татыу былай. Артабан нисек булыр? Дәрестәр күп, өлгөрөп булмай. Төштән һуң ҡалып эшләргә лә тура килә. Дәфтәр тикшереп һуңғараҡ ҡалһаң, Мәхмүт болара. Өйгә пачкалап дәфтәр ташыйым, төн ауғансы тикшереп кире йөкмәп китәм. Сәбәпһеҙгә бәйләнеп Мәхмүттең көнләшеүе генә ҡыйын. Йөҙөп йөрөп эшләр инем...

28.12.82
Балалар менән байрамға әҙерләнеп ятыу. Бөгөн бар коллектив менән кискә йыйылышырбыҙ тип һөйләштек. Мәхмүт минең менән бармай ғына ҡырталашыр инде ул тағын. Малайыбыҙҙы өләсәһенә ҡалдырып, ярты сәғәткә генә тип әйтеп тә ҡараным, тыңламай. Үҙем генә килһәм, тағын ғауға ҡуптарасаҡ бит инде. Коллективтан айырылып ҡалыу ҙа әллә нисек.

20.02.83
Байрам уңайынан күрше ауылға концерт менән барабыҙ, бар мәктәп коллективы ҡатнаша. Минең бейеүҙе номерға алдылар. Ҡалайтып ҡына Мәхмүткә әйтергә? Туҙыныр микән? Сәғәте билгеһеҙ, төнгә ҡарай булһа ҡалайтырмын икән?
Кисә әсәйемдән хат килде. Ҡунаҡҡа саҡырған. Эх, ҡанатым булһа осоп ҡына ҡайтыр инем! Әллә хат аша булһа ла Мәхмүттең ҡыйырһытыуҙарын әҙерәк яҙайым микән? Аптыраҡ. Бер кәңәш итер кешем юҡ бит. Ҡырҙан килеп йәшәп китеүе анһат түгел икән.
Айнур улым туп - тумалаҡ ҡына булып йүгереп йөрөй. Ике йәш тә ете ай булып китте.

20.05.83

Шөкөр, быйылғы уҡыу йылын да тамамлап барыла. Көндәр йылы. Картуф сәсеп арманһыҙ булып йөрөлә. Өйҙә лә мәктәптә лә өлгөрөргә кәрәк! Айнур улым ағай буласаҡ! Кемдер инде, билгеһеҙ.
Әсәйемә әле өндәшмәйерәк торам.Белер әле. Йәшереп кенә һалып ҡуйыр сер түгел былай ҙа.

1.11.83
Декрет ялына сыҡтым наконец-то! Аяғымды саҡ һөйрәп йөрөлә. Мәхмүт минең хәлде аңламай инде әллә, һаман көнләшеп эт хәлендә итә. Береһен етәкләп, икенсеһен ҡорһаҡҡа һалып ҡайтып китер инем тыуған яҡтарыма, үгәй атайҙың холҡоноң аламалығы ғына кәртә ҡуя. Әйтеүем бар етмәһә. Үҙем атай наҙына туйманым, баламдың атаһы ниндәй булһа ла атаһынан айырмаясаҡмын!. Бәлким олоғая килә ташлар Мәхмүт тә был холҡон. Ошо бәпәй тыуһа, үҙгәрмәҫ микән? Барыһы ла яҡшы ла бит, эх көнләшеүе генә алама шул!

12.02.84

Мин больницала. Улым бар! Ике ул әсәһе булып киттем. Кисә Мәхмүт килеп ҡайтты. Бәләкәс кенә тәҙрә аша һөйләштерҙеләр. Холҡон ташламаны инде эт әҙәм! "Бында ир врачтар бармы? " тейсе?! Аптыраным ни тиергә белмәй. Әйтерһең дә бар больница буйлап ирҙәр эҙләп йөрөйөм. Әллә бер төрлөрәк микән тип уйлап ҡуйҙым үҙен. Улай тиһәң, юҡтыыыр! Айнурҙы һағындым. Аҙна тирәһе тоторҙар күп булһа, яҡшы булһа барыһы ла, тиҙ сығырбыҙ ул.
Әсәйемдәргә, сыҡҡас, телеграмма һуғырмын микән? Белмәй ята инде улар беҙҙең артҡанды.

30.05.84

Дүрт айҙы тултырып бара Илнур улым. Шул тиклем эш күп өйҙә, өлгөр генә! Һыйыр һауып көтөүгә ҡыуып ингәнсе арыуыҡ ваҡыт үтә лә китә.Ни Мәхмүт иртән йоҡоға сосораҡ түгел, мин һауғас, ул ҡыуһа ла булыр ине инде. Саҡ ҡына һуңлаһаң, Илнур ята тазылдап илап, Айнур йөрөй яланғас бар өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндереп. Был ғына ла етмәй, Мәхмүт тора ен биреһе ҡубып. Бөгөн тағын һырт буйымды яндырып ҡайыш менән һуҡты. Көнләшә. Кемдән? Билгеһеҙ. Сәбәп тыуҙырып остаңлап та бармайым. Башымда яулыҡ та өҫтөмдә иҫке халат. Биҙәнеп-төҙәнеү түгел, хатта сәсемде лә тарамайым ҡарышып. Ҡәҙерле булып булманы. Әсәйемә һүҙ белгертмәйем, атайым булһа, мине бында йәшәтмәҫ ине. Үгәй атай холҡо ла ташҡа үлсәйем генә инде.
Түҙәм әле...

Тәслимә йотлоғоп уҡыуынан туҡтап, сәйнүктән сәй яһап, ҡатҡан тамағын ебетеп алды. Көндәлектәге йәш Тәслимә яҙмаһы тамам йотто уны. Мәхмүттең сығыр саҡта малға бесәнде үҙең һалырһың, тигәнен иҫләй ҙә ул иҫләүгә, айырыла алмай әле дәфтәрҙән. Хәйер, уҡыһын. Мәхмүт ҡайтһа, ултырыу эләкмәҫ уға шулай.

4.08.84.

Уттай ҡыҙыу бесән өҫтө. Көнө аяҙ торһа сабыу - йыйыу бер ни түгел. Малайҙар ауырышмайҙар. Шөкөр, үҫәләр. Әсәйҙе, туғандарҙы һағындырҙы. Ҡайтып ҡына килергә ине. Мәхмүт тыңлашмай. Бесәнде өҙгәс барып ҡайтайыҡ тигәйнем. Ара алыҫ ти. Кәләш кәрәккәндә алыҫ тип торманы бер ҙә, йәнем көймәһә! Минең күңелде уйламай шикелде ул. Бер яҡшы һүҙ ишеткән юҡ. Шул тиклем һүҙгә һаран, ҡаты кеше тип уйламағайным. Йөрөгән саҡта идеальный булып күренгәйне. Әллә үҙем боҙоп бөттөммө? Һаман көнләшә. Күршенең кәләш алмаған улы бар, кисә кис буйы теңкәмә тейҙе Мәхмүт, мин бесәндә саҡта кәртә аша төшөп йөрөйҙөр әле, ти. Әйтеүе оят!

15.11.84.

Кисә Мәрйәм еңгәйҙәр ҡаҙ өмәһенә алдылар. Ҡаҙҙарын йолҡошмаһам да , тамаҡ йүнәтешеп йөрөнөм. Мәхмүт тә ихлас ҡына ҡаҙ салышып йөрөнө. Кискә ҡунаҡтан ҡайтҡас күрмәгәнде генә күрһәтте. Һаман да шул көнләшеү. Табында ҡыҙмаса ҡунаҡтар йырлауымды һорағастар йырлағайным шул. Эх, белгән булһам! Ауыҙыма тамсы ла алманым араҡыны. Эсеп алып йырланың ,ти. Бала имеҙгәндә кеше эсә тип уйлай микән?!

2.12.84.
Ҡәйнәмдәрҙә һуғымда булдыҡ. Ҡайнағалар, килендәштәр алдында осора һуғып ебәрҙе мине Мәхмүт. Юҡ, эсмәгән ине. Ғәрләндем. Саҡ тороп баҫтым. Килендәштәргә етә ҡалды, кемеһелер: " артыҡ һылыу бисәләргә әҙерәк шулай эләгә инде ул, беҙҙең ише һыйыр ҡойроғона йәбешеп йөрөһәң һүҙ ҙә теймәҫ ине ",- тине. Уҡытыусы булыуыма төрттөрөү ине был. Сәбәбен белә алманым был һуғыуҙың. Баламды ҡосаҡлап ҡайтып йығылдым өйгә. Үгәй атай янына булһа ла ҡайтып ҡына йығылырға ине, түҙер инем әле әр - битәргә, алыҫлығы ҡыйын. Бындағы ише үк булмаҫ ине әле этелеү төртөлөү.
Әсәйем үгәй атайҙан туҡмалғанда ла шулай ҡыйын булғандыр инде. Миңә лә шул тормош. Ҡыйын. Ҡара янып күгәргән бит башымды Айнурым ҡулдары менән тотоп "уй, әм...әм булды ",- тигән була. Йәлләүсем ул ғына минең. Күкрәгемде матҡып имгән Илнурым, мин илаһам, күҙгә ҡарап имеүҙән туҡтап, ауыҙын йәмшәйтеп тороп илай. Ҡайҙан белә тиһең...?!
Милицияға яҙып бирергәме икән тип уйлап бөттөм төнө буйына, әпәт исем һатып йөрөүе әллә нисек. Ҡәйнәм килде бөгөн хәл белергә, зарымды һөйләһәм уныһы ла : "ир кеше һуға инде ул, ҡайның да ҡыҙыу ҡанлы булды ",- тине лә ҡуйҙы. Аптыраҡ.

28.08.86

Көндәлегем! Оҙаҡ ҡына яҙмай торҙом. Юғалттым бит үҙеңде! Иҫке китаптар менән келәткә сығарып һалғанмын да онотҡанмын. Эҙләнем мин, таба алманым. Эшкә сығам. Бар яңылығым шул. Тормоштар шул уҡ. Һаман көнләшәбеҙ, һаман һуғылабыҙ. Әсәйемдәр килеп ҡайтты. Рәхәт булып ҡалды. Улар ҡайтҡас, илап ҡарап ҡалдым арттарынан. Хәйерлегә булһын инде! Айнур һәм Илнур ҙа ауырышмай ғына үҫеп баралар. Мәхмүт эшкә сыҡма тип һөйҙәнде, тыңламаным, сығам. Бәйле эт шикелле таланып ултырғансы әҙ булһа ла кеше араһында йөрөүем яҡшы булыр, тием.

10.12.86

Районға смотр-концертҡа әҙерләнеп йөрөү. Әпәт йәшертен. Ишетмәй-белмәй генә ҡалһа ярар ине Мәхмүт. Ҡатнаштырмаҫ атыу. Эштәр бара. Эш аҙағынан ишекте асып инеү генә ҡурҡыта, бөгөн кем менән "ҡушып " ғауға ҡуптарыр тип уйлап ҡайтыла. Түҙмәй бер көн ҡара-ҡаршы ултырып алдына һорап ҡуйҙым. Нишләп мине көнләшәһең ул? Яуабы ниндәй бит әле! Ныҡ яратҡанға! Яратыу түгел был, яратҡандар улай итмәй инде.
Етмәһә ни ти әле?! Никах уҡытып мәһәрен түләп алдым үҙеңде, ни эшләтһәм дә эшләтәм. Иҫерек тиһәң, эсмәгән. Ҡасандыр йәнем-тәнем менән тартылған Мәхмүтте танымайым хәҙер. Меңдәр араһынан һайлап алғайным бит үҙеңде, Мәхмүт! Баҫалҡы, ипле генә йыуаш егетем күрһәтә генә йыуашлығын. Дөрөҫ әйткән әсәйем, әҙәм кәнфит түгел - төргәген асып, эсен ярып ҡарап белеп булмай икән...

3.03.87
эштәр арыу ғына бара. Параллель класс уҡытыусыһы больницаға инеп китте ауырып. Дәрестәр ныҡ күбәйҙе шуға. Ауыр булһа ла, яратҡан эш ялҡытмай. Район смотр конкурсы ла имен үтте. Мәхмүткә конференцияға барам тип алдаштырырып киттем. Ҡурҡтым. Тәү тапҡыр алдашыуым бит. Байрам уңайынан күрше ауылға шул концерт мн барабыҙ тип һөйләнәләр. Ҡайһылайтырға икән?

18.05.87

мин больницала. Ауырымайым. Ауырытты Мәхмүт. 8 мартҡа күрше аулға концерт менән барҙыҡ, бар коллектив.Сәғәт 4 - кә тип афиша элһәләр ҙә, ҡараңғы төшөүгә саҡ башланды тамаша. Хафаландым өйҙә көткән һөйләшеү өсөн. Бейеп сыҡтым шулай ҙа. Ҡат - ҡат һорап бейеттеләр. Инәлтмәнем, бейенем. Һуңғы осоноп бейеүем булған икән. Күңелем һиҙҙеме һуңғы икәнен, әллә аяҡтарым, шул тиклем еңел өйрөлдө. Хәлемдән килһә, тик йөрөр инем шунда бейеп...

Концерт бөтмәҫ элек Мәхмүт килеп инде сәхнә артына. Йөҙөнән һиҙелә - асыулы. Еңемдән елтерәтә һөйрәп алып сығып, сикәләп һуғып осорҙо. Тороп тиҙ генә кейенеп Мәхмүт менән ҡайтырға сыҡтым. Ат егеп килгән ине. Ултырҙым санаға. Юл буйына әрләне. Бала ише бер һүҙ сығармай түҙҙем. Ауыл осона етә "нишләп бер һүҙ өндәшмәйһең!"- тип һуғып ебәрҙе. Әллә нисек аты тибеп ебәрмәне, сананың алдағы бер тишегенән шыуып төшөп сана аҫтында ҡалдым. Кәүҙәм ситкә йығылды, уң аяғымдың ашыҡ һөйәге тирәһен сана табаны шытырҙатып тапап китте. Үҙ ҡолағыма ишетелде үҙ һөйәгем һынғаны...
Битемә ҡар бөркөп торған Мәхмүт тауышына иҫемә килдем...
Шунан аҙаҡ больница ла больница юлы... мәктәпкә илтер һуҡмаҡ өҙөк, ялғанырмы? икеле.
ә сәхнәгә юл мәңге өҙөлдө инде...

2.06.87
Кешеләр рәхәтләнеп һыу төшә, ҡояшта ҡыҙына,кинәнеп эш эшләй. Аяҡтарың йөрөмәһә, мәхрүм генә ултыраһың икән. Таяҡта булһа ла ҡыбырлап бар тейгән эште эшләйем дә ул, йүгереп китке килә. Уңалыуы ауыр булды һөйәктең. Яңылыш уңалып яңынан "һындырып " гипс һалғас бөтөнләй хәлде алды. Йөрәкте яндырып мәктәптән теге ҡәһәрле концертта бейегән фотоны ебәргәндәр. Эх, ваҡытты яңынан һүтеп булһа ине! Бер көнгә лә ҡалмаҫ ине Тәслимә был яҡтарҙа. Ҡалһа ла Мәхмүткә әйләнеп тә ҡарамаҫ ине...
Сәхнәнән ҡолап төшөп аяғын һындырған тип кенә белде ауылдаштар уны. Кемеһелер эскән булған ти, тип өҫтәгән әле. Эсмәгән көйө иҫерек ул Тәслимә был Тормоштан...
Тәслимә көндөң буйтым яҡтырып киткәнен, һарайҙа һыйырҙарҙың бикле торғанын иҫләп, көндәлекте йыйыулы яҫтыҡтар аҫтына тығып мал асырға сыҡты. Күңеле менән баяғы көндәлектән айырыла алмаған зиһен, берсә балаларының бала сағын һағынды, берсә туҡмалыуҙа үткән көндәре өсөн ҡабат тетрәнде. Мәхмүт улдары өсөн дә әллә ни иҙелеп барманы шул. Әллә нишләп йөҙө гел һытыҡ, ҡәнәғәтһеҙ. Артыҡ һөйләшеп тә бармай, аҙ һүҙле. Ә ҡулы алтын уның. Эшләйем тип нимәгә тотонһа ла урын-еренә еткереп эшләй. Өйҙәре лә ауылда сынъяһау кеүек әллә ҡайҙан ҡуҡырайып тора, кәртә-ҡуралары ла төҙөк. Мал-тыуар ҙа ишле, тик ана шул икәү-ара ғүмер буйы аңлаша алмау ғына ҡыйын.

Һәр малды әүеҫлеккә сығарып, сана менән һөйрәтеп бесән һалып сыҡты Тәслимә. Бикле бейә-тайҙарҙы яланкәртәгә сығарып ашарҙарына һалды. Ир кешенең өйҙә юҡлығын белгертмәҫкә тырышып кәритәгә ҡырып тейәп аҫтарын да һөйрәп түкте. Эй, һау кешегә эш нимә инде! Бына һыңғар аяҡтың һынған ере генә ҡыйыш уңалып бер аҙ һылтыҡҡа ҡалды Тәслимә, атлағанда аҙым ҡыҙыулығын бер аҙ тотҡаны тик шул ғына.
Түҙемһеҙлек менән көндәлекте уҡып бөтөргә ашығып инде өйгә ҡатын. "Сәғәт -11. Моғайын төшкә ҡайтып та етер әле Мәхмүт. Больницала кеше күп булмаһа, магазин ни аҙым һайын, оҙаҡламаҫ, уҡып өлгөрөр кәрәк"-тигән уй ҡабаландырҙы. Ире ҡайтыуға газға мул итеп аш һалды. Ҡул - битен ҡабаттан сайып, яҫтыҡ аҫтынан көндәлекте тотоп диванға ултырҙы Тәслимә.

5.09.87
Ҡайғылы хәбәр алдым иртә менән - әсәйем үлгән. Мәхмүт эшкә киткән . Илаулап артынан барҙым эшенә. Яратманы был ҡылығымды. Ара алыҫ, әсәйемде һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға тип ашыҡтырғайным. Әллә ниндәй сәбәптәр табып бөгөн юлға сыҡманыҡ. Һуңдармын инде, йәнһеҙ кәүҙәһен күреп булһа ла хушлашырға ине.

15.09.87
Ҡайтып өлгөрмәнем. Әсәйемде ер ҡуйынына һалып өлгөргәндәр. Эй ошо Мәхмүттең кирелеге! Ҡәбер тупрағына теҙләнеп оҙаҡ ҡына иланым. Ҡабат ҡасан ҡайтырмын инде башҡаса был яҡтарға? Мине кем көтһөн әсәйем булмағас? Үлемдеге араһына миңә тәғәйен бүләген, яҙып та почтаға һала алмаған хатттарын һалған. Дебеттән генә бәйләнгән бәләкәс ойоҡбашҡа "Тәслимәнең тыуасаҡ ҡыҙына - ейәнсәремә " тип яҙып ҡуйған. Эй, әсәй, минең һынып ҡына ҡултыҡ таяғына ҡалып ятыуымды белмәй инең шул. Хаттары, шул тиклем үҙәк өҙгөс. Кеше араһында уҡымай ҡайтҡас ҡына уҡыным. Илағанымды күргән Мәхмүт аңғармай ҙа ҡалдым, барыһын да тартып алып сығып китте. Әсәйемдең күҙ нурҙары түгелгән, ҡулдары теҙгән хаттарҙы ла һаҡлай алманым.

5.01.88
Һәүетемсә барған кеүек тормоштар. Мәхмүт тә мине әллә ни хиталамай. Эшкә башҡа сыҡмаҫмын инде ул. Уның һүҙе шулайыраҡ. Аҡсаға мохтаж итмәй былай, артығын бирмәй шулай ҙа. Һаранлығы бар. Ятһам-торһам, әсәйемде уйлайым. Матур ғына ҡупшы ойоҡбашы ла эйәһеҙ ҡалыр инде. Әллә Хоҙай үҙе аңлап аралай, балаға уҙмайымсы ҡабат һаман. Ҡыҙға ҡыҙыға торғайным, ҡурҡам хәҙер.

4.06 98
Күп һыуҙар аҡты, ҡояш ҡалҡып нисә мең тапҡыр офоҡ артына ятты.
Көндәлегемде ныҡ йәшергәнем дә, таба алмай йөрөнөм. Ҡурҡыуым көслө шул, картуф баҙына төшөрөп таш егенә тыҡҡанмын да өй эсенән эҙләп бер булдым нисәмә йылдар буйы. Яманатлы ямғара, Мәхмүтте яттан әрләп тик йөрөнөм эстән. Һыумейе генә булып бөттөм инде.
Айнурым әрмегә китте. Ҡыйын, һағынам. Исмаһам күңелде күреп асылып та һөйләшеп ултырмай бит бынау Мәхмүт. Улы китте ни ҙә, китмәне ни шикелде уға. Ҡыҙғаныуын ҡыҙғанһа ла, ҡулын күтәргәне юҡ әле. Барыбер шөрләтә.
8.05.2003
Шөкөр, ҡәйнә булырға йыйынам.
Айнурым өйләнә!
Ҡайһылайтып ҡына туй үткәреп ебәрәм инде?!
Етмәһә аяҡтарым һыҙлап йонсота.

13. 08-2003
Онотолдо тигәндә бөгөн тағын туҡмаҡ тәмен тәмләнем. Тағы ла ғәйепһеҙгә. Килен менән Айнурға күстәнәс итеп ит-май төрөп һалғайным. Үҙ балаһынан тамаҡ ҡыҙғаныр тип кем уйлаһын. Ҡайтып киткәстәре үк түрбашҡа ҡолата һуҡты.
Илнурым да ауылға ҡалмаҫҡа уйлай, атаһының ҡатылығын аңлай инде балағыналарым.
Үтте ғүмер ҡурҡа-өркә йәшәп.

8.03.2004
Бөтөн кеше байрам тип әҙерләнә. Мәхмүткә был байрам бар ни ҙә юҡ ни. Ә мин йыл да онотмай 23 февралгә лә, тыуған көнөнә лә бүләк алып ҡотлаған булам. Күңел өсөн бер һүҙ генә әйтһә лә була бит инде, бүләге булмаһа ла.
Ҡартайып барам, ә күңел ҡартаймайҙыр ул?! Бер көн килеп Мәхмүт: "ғәфү ит, оҙаҡ үткәрҙем һинең өсөн һынауҙы. Бөгөндән яңы тормош башлайыҡ. Ҡайҙа теләйһең шунда бар, кем менән теләйһең аралаш, тоғролоғоңа тамсы ла шигем юҡ " тип әйтер тип өмөтләнәм. Бәлким, өмөтһөҙ шайтан тиҙәрме әле?! Исмаһам олоғайған көндә аңлашһаҡ ярар ине...

Тәслимә һуңғы яҙған датаны ҡабат ҡабат ҡарап, бөгөнгө көндө иҫләп ваҡыт айырмаһын теүәлләне. Ун йыл... ун йыл ғүмерҙең бер минуты ла бында теҙелмәй ҡалған... ә бит күпме ваҡиға булып үтте ошо арала. Ейәндәр тыуҙы, аҙаҡ көттөрөп кенә ейәнсәрҙәр...

Тәслимә ҡайнап сыҡҡан ашының ҡапҡасы ҡырын асылып ташып барыуын күреп, йәһәт кенә ҡалҡынып утын тымыҙҙы аҙыраҡ. Ҡаҫмағын һөҙөп, һоҫоп тоҙ һалды.
Урам тирәһен ҡараштырып, мейес тирәләрен һепереп тә ҡуйҙы. Көндәлекте былай ғына һалып ҡуйыуҙы ярамаҫ тип, бөгөнгө көн датаһын теркәп уйҙарын яҙҙы.
Эш менән ҡатҡан ҡулдар, ҡасандыр ручка тотоп яҙған мәлдәрен иҫләп, тигеҙ, матур хәрефтәрҙе теҙҙе лә теҙҙе...

17,01-2014
Әсә һөтө менән инмәгән аҡыл, тана һөтө менән инмәй икән ысынлап та. Йәшәй-йәшәй үҙгәрер тигән Мәхмүтем дә үҙ холҡон ташламай. Һис юғы берәй әбей-һәбейҙән булһа ла ҡыҙғанып ғауға ҡуптарып ала. Нишләп ундай характерлылыр, белмәйем. Тәүге осрашҡан, йөрөгән саҡтарҙы уйлайым да, ысынлап та һуҡыр була икән әҙәм дә. Айнурым бәләкәй саҡта, әле аяҡтарым һау һаҡ саҡта ташлап сығып китмәгәнемә үкенәм. Үҙем уйлайым, үҙем ҡурҡам, Илнурым булмаһа нишләр инем? Тәүфиҡтәрен бирһен инде Хоҙай! Килендәрем бынамын тигән, аңлашып ҡына йәшәһендәр инде. Аталарының һалҡынлығынан һыйынмайҙар ҙа беҙгә. Йәшереп бирәм бирер нәмәмде лә. Кем өсөн өйөрө менән мал көтәбеҙҙер, балаларға ла ашатмағас?! Көнсөл генә түгел, ҡарунлығы ла асылды. Бер бот тоҙ ашамайынса белеп булмай тигәндәре хаҡтыр...
Ошо юлдарҙы бәлким кемдер уҡыр, минең хатаны ҡабатламаһағыҙ ине. Яҙмышым тип кенә яла яҡҡан, ҡул күтәргән менән көн күрмәгеҙ! Ғүмер берәү генә, Кеше үҙгәрмәй, ғәҙәт китһә лә холоҡ ҡала. Хатта иларға, ҡағыҙ алып уйҙарыңды яҙырға , хатта үткәндәреңде хәтерләткән фоторәсемдәрҙе ҡарарға ла ярамай бит миңә. Ни өсөн? Ғәйепһеҙ ғәйепле булып ғүмер һөрөү - мәғәнәһеҙлек. Мин бик һуң аңланым...

Тәслимә күҙ йәштәрен тыя алмай, көндәлекте кире сығарып келәттең һикеһе түрендәге самауыр торбаһына тыҡты. Әсәһенән ҡалған ҡомартҡы самауыр, күп ғаилә хәлдәренә шаһит булған еҙ һарыҡай, Тәслимәнең серен үҙендә һаҡлай алыуына маһайғандай ҡуҡырайып ҡына ултырып ҡалды. Бит- йөҙө илауҙан шешенгән ҡатын, һалҡын һыу менән сайынып тынысланырға тырышты. Урам ҡапҡаһының шартылдап асылғанына тертләп, тәҙрәнән ҡараны ул. "Уй, Аллам! Мәхмүт ҡайтҡан да һаң!"
Йүгереп йөрөп картуфын әрсене, һалмаһын тартманан сығарҙы. Ниҙер урлап ҡайтҡан әҙәмдәй, үҙенә урын таба алмай түрбашта сәбәләнде. Ҡурҡыу ғәҙәткә ингән. Арыуыҡ ваҡыттан соландан уҡ тырһылдата баҫып килеп тә инде Мәхмүт. Инеү менән Тәслимәнең йөҙөнә ҡараш ташлап:
-Нимә, һөйәрең килмәнеме әллә? Күҙең шәмәреп,- тине.
Тәслимә яуап таба алмай, ҡулындағы бысағына ҡырҡыла яҙып:
- Һуған турап торам бит,- тигән булды...

Йылға ла бер генә көйө аҡмағандай, тормош та төрлө хәлдәргә тарытып ҡуя. Тыныс ҡына йәшәү ағымына ниҙер килеп тығылып ағымды быуып туҡтата, йә йүнәлеште ҡырҡа үҙгәртеп бороп та ебәрә. Бер кем дә белмәй иртәгәһе көндөң нисек булырын. Мәхмүт менән Тәслимә тормошонда ла ҡырҡа үҙгәреш яһар көндө Хоҙай үҙе юлланымы, әллә Мәхмүт үҙе "һөйрәп" алдымы, бер кем асыҡ ҡына белмәй. Хәл былайыраҡ:

Мәхмүт урындағы урмансы менән һөйләшеп килешеп, мәгәрисенә мул ғына "йылтыр " тығып сиратһыҙ-ниһеҙ ағас алыуға иреште. Ысынында был шыңғырлап торған ҡарағайҙар нигеҙе сереп өйө ҡыйшая башлаған үрге ос яңғыҙ ҡатын Сәрбиҙеке ине.Документ буйынса. Йәтим ҡатын эҙләп эҙенә төшөр тиһеңме ни?! Бөгөн ана шул ағастарҙы тамғалап, "йылтырҙарҙың " әҙерәген ҡырҙа бушатып ҡайтып инеүе әле Мәхмүттең. Ат бауырынан ҡар кисеп, урман ҡыҙырып ҡайтһа ла, күңеле әллә нишләп ҡәнәғәтһеҙ. Ҡапҡаны ҡайырып асып индереүгә һыйыры сығып кәбәнгә ҡасты, уныһына бер ендәнде. Арылдашып бесән таптырған һарыҡтарҙы ҡараңғы һарайға бикләп үс алмаҡсы булды. Ә яҙға тотонорға тип бикләгән үгеҙенең ҡапҡаны һөҙөп сығып килеүе оторо ҡуҙғатты нервыларын. Саналағы һәнәкте алып ҡаҡ маңлайына ғына тондорам тип, һыңғар мөгөҙөн төбөнән һындыра һуҡты ла ҡуйҙы. Субырлап мөгөҙөнән аҡҡан ҡанғамы, әллә башы шаңҡыуғамы бисара үгеҙ бәүелә-бәүелә барып кәртә буйына уфылдап терәлде. Телен арҡыры тешләгән малҡайҙың янына килеп Мәхмүт эйелеп ҡараны, һөҙөп ҡараған ҡарашы ҡурҡыныс үсле кеүек ине уның.
Атын туғарып бөтөүгә өйҙән сығып килгән Тәслимәне күреп зәһәрен уға екерҙе :
- Нимә мин өйҙә юҡ тип малды ла ҡарамай ултыраһың! Хәйерселәп, йә арт һикертергә сығып китмәгәнмен бит !

Тәслимә иренең һүҙенә ҡаршы әйтеүҙең утҡа май һибеүгә тиң икәнен белеп, өндәшмәй ҡалауҙы хуп күрҙе. Мәхмүт әйткәнсә бөтөнләй мал яғын ҡарамай ултырманы ла бит, оҙон ҡышта бикле тороп зарыҡҡан мал ни ҡапҡа асылыуға ҡарап ҡына тороп ынтыла инде ул. Хәйер, ҡапҡа асыҡ торһа, үҙе лә атлыҡмаҫ инеме икән Тәслимә?!

Бураланып ендәнгән ир лап - лоп баҫып, кәртә аша сәнсеп - сәнсеп бесән һелтәп, бар туҙған малға иҫе лә китмәгәндәй ҡыланып, ауыҙ эсенән әсе һүгенеп өйгә атланы. Тәслимә иренән аҙаҡҡа ҡалып инмәҫ өсөн аҙымын ҡыҙыулатып, соланға йүгерҙе. Ашы әҙер, ҡулйыуғысҡа һыу ҡоя һалыр кәрәк. Әтеү хәҙер ҡуптара тартып алып елләйәсәк һыуһыҙ һауытты. Өҫ - башын ҡаҡҡылаған иренең тупһала мөңгөрләп үҙ алдына һөйләнеүенән әҙерәк "төшөргән "икәнлеген дә тойҙо. Айырыуса һаҡ булырға кәрәк тимәк. Шайтаны үҙе менән. Тәслимә өҫтәлен ҡабат - ҡабат ышҡып һөртөп, итен эре киҫәктәргә турап икмәк янына ҡуйҙы, һалмаһын ҡутарып өҫтәлгә яҡынайтты.
Әллә ултырҙы ла ҡуйҙы инде соланда, нишләп инмәй икән һаман? Тәслимә йүгереп яланкүлдәк ишекте ҡыҫып тына тышҡа күҙ һалды. Яңы ғына селек һепертке тотоп һеперенеп торған ҡолғалай ир солан иҙәнен тултырып ҡолап ята ине. Тәслимә аңламаны ни булғанын. Барып тейһә һуғып осорор һымаҡ, шулай ҙа ипләп кенә яҡынланы. Күҙҙәре ярым асыҡ, ауыҙын асып ниҙер әйтергә теләгән Мәхмүт телдән яҙғандай ине. Хәл айышына барыбер төшөнә алмаҫын аңлаған ҡатын, Мәхмүттең хәлен эскелек бәләһелер тип уйланы. Артыҡ "тейәгәнгә " генәлер күп булһа.

Фуфайкаһы еңенән тотоп өйгә ҡарай һөйрәкләне. Мәхмүттең һыңғар ҡулына ла көсө етмәҫ Тәслимә ҡайҙан ғына өйгә үк индерә алһын инде. Ә көн һыуыҡ. Тышта февраль. Йәһәт кенә ҡыбырларға тырышып күршеләргә ярҙам һорарға ашыҡҡан ҡатын бейек тупһаның баҫҡыстарын теүәлләмәй һөрлөгөп ҡаты ҡар өҫтөнә ҡолап төштө. Тубығының әсеп ауыртыуына, усының боҙға эләгеп борҡоп ҡанап китеүенә ҡарамай урам буйлап ярҙам һорап яр һалды...

Өйгә индерҙеләр Мәхмүтте. Бер ҙә тиктән түгел һымаҡ ине был ҡолау. Кемеһелер хәлде сырамытып, фельдшерҙы саҡырырға өйрәтте...

Эйе, хәл ысынлап та бик етди ине. Мәхмүтте көслө генә фалиж һуҡҡан булып сыҡты. Тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртып район үҙәгенә больницаға алып китер булғастары, Тәслимә лә ҡалманы ире артынан. Өй - ҡураны күршеләргә тапшырып сығып киттеләр. Өҫтәлдәге ризыҡ Мәхмүткә ашарға яҙмаҫтан һыуынып ултырып ҡалды...

Һис кенә лә алға барырҙан түгел ине Мәхмүттең хәле. Упайып ҡараған ике күҙенән тыш бер ере лә ҡыбырламаҫтан ҡатҡан. Ни әйтергә теләгәнен дә белгән юҡ, телдән дә ҡалған. Аптыранды Тәслимә. Илнур менән Айнурға сәләм ебәртте. Ҡапылғара үлеп фәлән ҡуйһа, килеп күрһендәр тигәйне. Килендәрҙе эйәртеп шундуҡ килеп тә еттеләр, атай бит инде, уҫал булһа ла үҙ аталары. Өнһөҙ ҡарап торған күҙҙәрҙең ни кисереп, ни әйтергә теләгәнен генә белә алмайҙар шул тик...

Больница дауаһы бер ҙә алға алып барманы. Врачтар "өмөтһөҙ " тамғаһы һуҡмаһа ла, өйгә алып ҡайтыуҙы хуплап ҡуйҙы. Нисек килһәләр, шулай ҡайттылар. Илнур атай кешене тәрбиәләшеүҙе үҙ өҫтөнә алып эшенән отпуск юллап ауылға ҡайтты. Төп йортҡа уҡ инмәне, урамдағы аласыҡты йылытып килен һәм балаларҙы ла күсереп алып килде. Тәслимәнең үтенеүҙәре лә көсһөҙ ине, Илнур атаһының һүҙенән шөрләне шикелде төп йортҡа барыбер күсеп инмәне. Мунса яғып носилкала мунса индерҙеләр. Арҡа буйҙарын һыпырғылап массаж эшләп ҡараған булдылар. Ашатыу балаларса - тик ҡалаҡтан. Элекке ҡыҙара бүрткән табаҡтай бит йөҙ бер нисә көн эсендә һурылып ағарҙы. Кеше шулай һулыйҙыр инде...

Ә Мәхмүт һөйләшеүҙән, хәрәкәттән мәхрүм булһа ла зиһене элеккесә, хәтере шул көйө ине. Күңелен әсе әрнеү кимерҙе. Берсә өҫтөрәп йөрөп тәрбиәләгән Тәслимәһенә бер ауыҙ йылы һүҙ әйтә алмауына, берсә Сәрбиҙең өлөшөнә ҡул һалыуына көйөндө. Һыңғар мөгөҙө һынған үгеҙ ҡарғышымы тип тә уйлап бөттө. Ә нахаҡ яланы Мәхмүт үҙ ғүмерендә әҙ яҡманымы ни?! Белә Мәхмүт үҙе лә гонаһлы икәнен. Ғәфү үтенеп кенә лә юйып бөтөрлөк түгел. Хәрәкәт үә телемдән яҙҙырғансы, хәтеремде генә юйһасы Хоҙай! Мәхмүт көндәр иҫәбен онотто, ә күңеленән генә уйҙар көндәлеге тултырҙы ул да...
Уҡыйыҡ булмаһа...
"… ике ятып бер төшкә инһәсе был хәл, кеше көнлө булып ят сәле?!
Улым янда алайҙа, Тәслимәм ташламай. Төн уртаһында килеп сәйен эсергән була, тамағым кипмәһен тиҙер инде.
Нисә көн ятып ташланым икән?
Таң ата ла кис була, шул тиклем оҙон көн, йылға тиң бер көнөм.
Тамғалаған ағастарымды йыға алмаҫмын инде, Сәрбигә аңғартырға ине, алһын ине йыҡтырып. Ҡалайтып әйтмәк кәрәк?…

Кискә ҡарай бейә ҡолонланы тип инде Илнурым. Эстән генә ҡыуандым, төн ҡараһы ятҡас иланым. Эйе, иланым. Элек илауҙың ни икәнен дә белмәнем, ә тормош бына бит илатты барыбер. Уйламаған уйҙарым юҡ, иламаған төндәрем һирәк...
Һыпырып күҙ йәшеңде лә һөртөргә эшкинмәй бит ҡулдарым. Илауҙың ни икәнен дә белмәй, Тәслимә илаһа йыға һуға торғайным, мине кем һуғыр? Исмаһам бер ейәнемә ҡолон бүләк итмәгәнмен, өйөрө менән малды кемгә тип йыйғанмындыр?…

Ҡыйыҡтан тамсылар тыпылдай, яҙ еҫен еҫкәге килә. Ҡара ергә үксә терәп яр буйлап килергә ине…

Эх, Тәслимәм! Ғүмер буйы белә тороп нахаҡтан рәнйетеп ыҙалаттым бит үҙеңде. Аяғыңдың сатанлап ҡалыуы ла минән.Һуңлап ҡына һайланып өйләндем, меңдәр араһынан берәү булғанһың һин түҙемәм Тәслимәм! Түҙмәҫлектәргә лә түҙҙең, һүҙ сығармай, ир намыҫымды бысратманың. Ҡәҙереңде белмәгәнмен. Үс һаҡлай белмәгән, кер һаҡламаҫ күңелең алдында мәңге гонаһлымын...
Ҡалаҡ тотоп ашатҡаныңда ҡулдарыңды ғына тотоп ғәфү үтенергә ине...

Арҡағыҙҙан һөйөп яратыр инем, улдарым! Эх, ҡулдарым, ҡулдарым! Тыңламайһығыҙ бит?! …

Тыбырлашып ҡына ейәндәрем инеп сыға, сәскә кеүек кенә елпелдәп ейәнсәрем йөрөй...
Айнурым ҡасан ҡайтыр икән?
Элек нишләп һағынманым икән уларҙың ҡайтыуын?…

Бесән мәле лә етте. Мин һаман ятам. Әйтереңде әйтеп китә алмау ҡыйын икән. Салғы-тырмаларҙың яңылары һарай башында ҡыҫтырыулы ине, бесән ҡаплап тора, күрмәҫтәр инде. Иҫке бөткән салғылар менән ыҙалайҙыр инде малайҙарым, эх!…

Мунса соланындағы ағас көбө эсендә шыптыр моҡсай эсендә Тәслимәнең әсәһе яҙған хаттарҙы йомарлап тыҡҡайным теге юлы. Сысҡан кимерерме, һыу төшөп кенә әрәм булыр микән…?

Тәҙерәнән сөм-ҡара муйыл тәлгәше күренә. Ағасты Айнур ултыртҡан ине. Мин йолҡоп ташланым күреп. Йәшертеп кенә нигеҙ буйына ғына ҡаҙаған ине ҡабаттан. Был юлы теймәнем инде. Ана бит, үҫеп емешләнеп тә ултыра. Их, өҙөп кенә тәмләргә ине!…

Бөгөн төшөмә ҡәйнәм инде. "Кейәү, һуңлап килдең, асҡысты икенсе берәү алған. Һиңә бирә алманым, миңә үпкәләмә! "-тине. Эйе, ҡәйнәм, белә күрә оҙаҡлатып алып ҡайттым шул ҡыҙыңды оҙатыуға үҙеңде.
Асҡыстың да ҡайһы ишектеке икәнен асыҡ шәйләйем …"

Һалҡын көҙ иртәһендә Мәхмүт доньянан китте. Ярты йылдан ашыу түшәктә ятып тишкеләнгән тән, әйтерһең дә элекке Мәхмүттеке түгел. Бөршәйеп, шиңеп ҡалған, һулыған тән кесерәйгән дә һымаҡ.
Әле ер туңмаған, ә ҡәбер шул тиклем ауыр ҡаҙылды тинеләр.. Бер кем уҡый алмаҫ күңел көндәлеген үҙе менән алып китте ир. Ә Тәслимәнең самауыр торбаһындағы көндәлеген мәйет тәрбиәләшергә килгән ҡатындарҙың береһе табып алып ҡуйынына тыҡты. Тәслимәлә көндәлек хәсрәте юҡ ине инде...

* * *
PS.
ғибрәт тә, хикмәт тә эҙләмәйем аяныс яҙмыштарҙы тәфсирләп. Уйланһын ине әҙерәк һәр кем...
МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.
("Хикәйәләр" төркөмөнән).
Ейәнсура таңдары сайтынан алынды
Фото Т.Роза
Читайте нас: