Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 14:00

Баймаҡта йәнә рөхсәтһеҙ таш сығаралар

Нәфсенең аҙып китеүе ауыр эҙемтәләргә килтерә. Был осраҡта йүнселдең ҡомһоҙлоғомо әллә законды һанға һуҡмауымы?..

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында рөхсәтһеҙ таш сығарыусылар асыҡланған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре тарафынан байтаҡ закон боҙоуҙар теркәлгән.
Мәҫәлән, был өлкәлә эш иткән йүнселдәрҙең береһенең тәбиғи төҙөлөш материалдарын сығарыуға документтары барлығы, әммә сиктәрҙе билдәләгән бағаналарҙың бөтөнләй булмауы асыҡланған. Был иһә ҡануниәтте тупаҫ боҙоу һанала.
Билдәләнгән урындан ситкә сығып таш табыу тирә-йүнгә зыян итә. Ә ҡаҙнаға килтерелгән матди зыянды иһә эшҡыуарға кире ҡайтарырға тура киләсәк.
Бәғзе осраҡта барына шөкөр итмәй, нәфсенең аҙып китеүе ауыр эҙемтәләргә килтерә лә бит... Тик һуң була шул. Был осраҡта йүнселдең ҡомһоҙлоғомо әллә законды һанға һуҡмауымы?..
Фото:bash.news
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bayma-ta-y-n-r-hs-t-e-tash-si-aralar-442148/
Читайте нас: