Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Сентябрь 2020, 13:28

"Йөрәк һүҙе"н быйыл кем әйтер?

Проекттың ойоштороусыһы Наилә Сәфәрғолова яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик әсенеп яҙғайны.

Халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған "Йөрәк һүҙе" проектының ойоштороусыһы Наилә Сәфәрғолова яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Сәнғәт, мәҙәниәт донъяһына кәрәк инеме ул минең "Йөрәк һүҙе"м? Белмәйем... Шикләнәм тиһәм, дөрөҫөрәк булыр, ахыры... Шикләнәм, сөнки бөгөн мин шуны аңланым: халыҡ менән сәнғәт, мәҙәниәт донъяһы араһында упҡын ята... Эйе, упҡын! Йәл, бик йәл, әммә был шулай... Ошо хаҡта уйланыу бик мөһим һәм бик кәрәк!" - тип әсенеп яҙғайны. Бына килеп, ул сираттағы шиғриәт байрамының буласағын һөйөнсөләне.
Быйылғы, дүртенсе "Йөрәк һүҙе " Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Проекттың ижади төркөмө ғинуар айынан сентябргәсә, коронавирус буйынса пандемия осоронда ла, йыл аҙағында үтәсәк шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәрҙән конкурсҡа видеояҙмалар ҡабул итте.
Шулай итеп, "Йөрәк һүҙе-2020" проектының тәүге өлөшө тамамланды. Хәҙер 1 октябргә тиклем эксперт советы үҙенең эшен башҡара. Уның ағзалары шиғриәт бәйгеһенең финал өлөшөндә ҡатнашасаҡ 12 (+2) кешене билдәләйәсәк.
Көтәбеҙ!
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: