Башҡортостан прокуратураһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда 700-ҙән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Дисциплинар яуаплылыҡҡа 202 чиновник тарттырылған, икәүһенә ҡарата хатта енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бюджет аҡсаһын нисек теләйҙәр, шулай файҙаланғандар.
Шаран районы прокурорҙары “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдиренә ҡарата енәйәт эше асҡан. Етәксе балалар баҡсаһы бинаһын капиталь ремонтлау буйынса башҡарылмаған эштәр өсөн аҡса түләгән.
Ә Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығын административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Ул яр буйын төҙөкләндереү буйынса башҡарылмаған эштәр өсөн аҡса түләгән.
Йыш ҡына чиновниктар мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары өсөн тәғәйенләнгән мифик тауарҙар өсөн аҡса түләп, хөкүмәт финансын туҙҙырған. Подрядсылар аҡса ала, ә хеҙмәт күрһәтелмәй... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай “мөғжизәле” миҫалдарҙы тағы ла күпләп килтерергә мөмкин булыр ине.