Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Сентябрь 2020, 00:40

“Балаларымдың үҫкәнен күргем килә...”

Уға ни бары 36 йәш.

Их, был яман шеш. Күпме кешеләрҙең ғүмерен өҙә, балаларҙы етем итә, ир һәм ҡатындарҙы тол ҡалдыра. Күптәр был сирҙе еңеүгә өлгәшә һәм артабан йәшәп китә. Тик бәхетһеҙ тамамланған осраҡтар ҙа күп шул...
Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәгән Алексей Атласовҡа ни бары 36 йәш. Уның башында яман шеш табылған. Уға һауығыу өсөн 700 мең һум аҡса кәрәк. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп балалы ғаиләлә бындай аҡса юҡ. Алексейҙың ун, алты һәм йәш ярымлыҡ өс балаһы үҫә.
Башында шеш барлығын Алексей дүрт йыл элек үк белеп ҡала.
– Бер тапҡыр иртән уянып киттем дә, өйәнәк тотто – мин иҫемде юғалттым. Ул саҡта МРТ-ға ебәрҙеләр, Магнитогорск ҡалаһына барҙым. Табиптар мейемдә дүрт сантиметрлыҡ шеш тапты. Был минең өсөн шок булды, сөнки бер ҡасан да башым ауыртмай, әйләнмәй ине, үҙемде яҡшы тоя инем, – тип һөйләгән Алексей “КП-Уфа” баҫмаһына.
Ир кеше һаулығына артыҡ иғтибар итәме инде? Алексей ҙа, башҡа дауаханаға барып тормай, шеш үҙенән-үҙе бөтөр тип уйлай. Тик хәле насарайғандан-насарая башлай, өйәнәктәре йышая. Аяҡтары ла ҡайһы саҡта йөрөмәҫ була. Шеш үҫә башлаған, әле ул алты сантиметрға еткән. Былар ирҙең тормошон бик ҡатмарлаштыра. Һөҙөмтәлә ул ҡатыны менән бергә дауа эҙләй башлаған. Улар Мәскәүҙә Европа клиникаһын тапҡан, бында операция эшләргә ризалашҡандар.
– Операцияны шунда уҡ эшләтмәнем шул, балалар өсөн ҡайғыра инем. Белешә торғас шуны асыҡланым: кемгәлер ул ярҙам итә, кемдер унан һуң үлә. Шуға күрә бармай ҡалғайным. Әммә хәҙер шеш үҫә һәм операцияһыҙ булмай. Минең ныҡ йәшәгем килә, балаларымдың нисек үҫкәнен күргем килә. Был операцияны эшләмәһәм, мин бөтөнләй хәрәкәт итә алмаясаҡмын, йәки үлеүем ихтимал, – ти ир.
Хәле насар булғас, Алексей эшләй алмай. Һатыр әйберҙәре лә юҡ. Улар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән, хәҙер иһә ата-әсәләре янына күскәндәр. Ирҙең ҡарт ата-әсәһе йорттарын һатырға ла булған, тик уларҙың башҡа барыр ере юҡ. Алексейҙең игеҙәк ҡустыһы ла булған, ул биш айлыҡ ҡына сағында үлгән. Шуға күрә уның әсәһе был улын да юғалтһа, йәшәй алмаясаҡмын тип әйткән.
Әгәр теләгегеҙ булһа, һеҙ ғаиләгә ярҙам итә алаһығыҙ. Һаҡлыҡ банкы картаһы номеры 2202 2009 3181 8387, ул 8 (927) 3176905 телефонына бәйләнгән.
Фото: "КП-Уфа".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: