Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Сентябрь 2020, 00:30
Һаҡалды юҡҡа үҫтермәйҙәр икән!
Битте ҡаплаған шырт йөн йәки һаҡал ир-атты биҙәй, тип иҫәпләй
юғары категориялы табип-дерматолог, медицина фәндәре кандидаты Наталья Козлова. Улай ғына ла түгел, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икән.
Эксперттың әйтеүенсә, ҡырынмай йөрөү тиреләге тәбиғи майҙарҙы һаҡлауға булыша һәм дымлылыҡты тәьмин итә. Һаҡал – ул тәбиғи фильтр, тип иҫәпләй табип, аллергиянан ҡурсалай. Ә ҡыш битте һалҡындан һаҡлай. Һаҡалтайҙар башҡалар һымаҡ көн дә ҡырынмағас, бит тиреһенә зарар килмәй, йәрәхәтләнмәй, һытҡы барлыҡҡа килмәй. Һаҡал - тура төшкән ультрафиолет нурҙары өсөн ҙур ҡаршылыҡ, шуға күрә тирене яман шештән һаҡлауы мөмкин.
”Тик һаҡалды таҙа йөрөтөргә кәрәк. Юғиһә уның бактериялар ояһына әүерелеп, төрлө ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Тәрбиәләп тотолған һаҡал ғына ир-атты күркәм итә", - тип иҫкәртә Наталья Козлова.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/a-aldi-yu-a--term-y-r-ik-n-435913/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан