Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 12:20

Әсә улын эҙләй

Берҙән-бер улың көтмәгәндә юғалһын әле. Артур Ғәлиуллин 1 сентябрҙә хәбәрһеҙ юғалғас, борсоуға төшкән әсә полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.

19 йәшлек егеттең әсәһе әйтеүенсә, улы иртән эш эҙләргә тип сығып китә, тик ҡайҙа икәнлеген әйтмәй. Шунан бирле унан бер хәбәр ҙә юҡ.
- Кешеләрҙең әйтеүенсә, ул көндө ҡаланан вахта ысулы менән эшләү өсөн тип, өс автобусҡа егеттәрҙе тейәп ҡайҙалыр алып киткәндәр. Бәлки, Артур шуларҙың араһындалыр... - ти әсә.
Көҙгә егет хәрби хеҙмәткә китергә йыйынған, саҡырыу мәле башланырын көткән. Ҡул ҡаушырып ултырмаҫ өсөн эш эҙләгән. Бер ваҡытта ла әсәһен иҫкәртмәйенсә ҡайҙалыр сығып китмәгән.
Артур – әсәнең ҡәҙерләп үҫтергән берҙән-бер балаһы. Егетте күргән кешеләр булһа, зинһар, ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8-917-763-30-77.
Фото:ProUfu.
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: