Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 17:16

Матур булам тип... зәғиф ҡалып ҡуйма

Бөгөн матурлыҡ индустрияһы ҡатын ҡыҙға хеҙмәт күрһәтеп мул табыш ала. Гүзәл зат та тәненең теге йә был өлөшөн камиллаштырыуға ынтылып ҡына тора. Керпек үҫтерә, ҡашты ҡыйғаслата, ирен-түште күркәмләтә.

Әммә ҡайһы берәүҙәр сифатһыҙ хеҙмәтләндереүгә тарып, байтаҡ аҡсаһын, һаулығын, хатта ғүмерен юғалта. Элегерәк бындай осраҡтарҙы алыҫтағы ҙур ҡалаларҙа ғына ишетһәк, хәҙер был афәт беҙгә лә килеп етте.
"КП-Уфа" порталы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡтан 52 йәшлек Елена Д. эйәген матурлатыу маҡсатында ҡыҙы тәҡдим иткән косметологҡа бара. Уныһы ҡатынға өс сеанс кәрәк буласағын белдерә. Һәм шунда уҡ беренсе уколды һалып сығара.
Иртәгәһенә Еленаның эйәге күгәрә. Косметолог быны ғәҙәти реакция тип атай. Әммә ике аҙнанан был урында тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында шеш барлыҡҡа килә. Етмәһә ул ауырта, ҡул менән тейеп тә булмай. Һуңғараҡ шеш өс өлөшкә бүленеп, икәүһе күк төҫкә инә.
Тағы ла зарланып барған ҡатынға косметолог ауыртҡан урынға май һөртөргә һәм ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар эсеүҙе дауам итергә ҡуша. Еленаның хәле бер ҙә яҡшырмай, киреһенсә, насарая ғына бара.
Ниһайәт, косметолог уны хирургҡа ебәрә. Операция яһап, боҙолған урынды таҙартҡастар, зыян күргән ҡатын физиотерапия дауаланыуы алырға мәжбүр була.
Әйткәндәй, Еленаға сарыф иткән аҡсаһын кире ҡайтаралар. Ләкин ғәфү үтенмәйҙәр һәм артабан дауаланыуҙы ҡапларға вәғәҙә итһәләр ҙә, быны эшләмәйҙәр. "Ҡыйыш ҡул" белгес зыян күреүсе менән бәйләнешкә инеүҙән ҡасып йөрөй...
Фото: misanec.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: