Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 12:33

Ғилман һаман юҡ

Уны эҙләүгә Нәзифәнең яҡын туғандары менән бер рәттән ирекмәндәр ҙә ҡушылды.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған Ғилман Усмановты эҙләү дауам итә. Егет өйөнән эшкә тип сығып киткән, һуңғы тапҡыр уны Мерәҫ ауылында күргәндәр һәм шунан бирле унан ҡош телендәй генә булһа ла хат-хәбәр юҡ.
- Нимә яҙырға ла, нимә һөйләргә белмәйем инде, – ти Ғилмандың бер туған һеңлеһе Нәзифә Усманова. – Юғалған кешене эҙләйҙәрме ул? Ағайымдың юҡ булыуы менән Башҡортостанда ниҙер теркәлә. Тегендә йән өшөткөс ваҡиға булған, бында сәстәр үрә торорлоҡ ҡырын эштәр ҡылынған. Ә юғалғандар берәйһенә кәрәкме?
Ғилманды эҙләүгә Нәзифәнең яҡын туғандары һәм фекерҙәштәре менән бер рәттән ирекмәндәр ҙә ҡушылды.
Әгәр ҙә Ғилман Усманов тураһында бәләкәс кенә хәбәр ишетелһә, 8 927 082 06 95 йәки 8 967 750 91 95 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Илдар Акьюлов
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: