Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 13:11

Бындай яманлыҡҡа нисек ҡулдары бара?

Меҫкен йән эйәһе балаҡайҙарын ныҡ итеп ҡосоп ятҡан...

Белорет ҡалаһында билдәһеҙ кеше бесәйҙе өс балаһы менән тоҡҡа һалып ырғытып киткән. Ташландыҡ йән эйәләрен изге күңелле Ольга Горячих алып ҡайтып ашата һәм социаль селтәргә уларҙы урынлаштырыу өсөн хужалар эҙләүе тураһында мәғлүмәт һала.
Был хәбәр күптәрҙе битараф ҡалдырманы. Балаларын ныҡ итеп ҡосоп ятҡан бесәйҙе яҡлаусылар күп булды. Улар араһында ошондай яманлыҡҡа ҡулы барған әҙәмде әрләп, хатта ҡарғап та яҙғандар бар.
Бәхеткә күрә, изге кешеләр күп. Бесәйҙең һәм уның өс балаһының яҙмышы ыңғай хәл ителгән - мәғлүмәт баҫылыуҙың икенсе көнөнә уларҙы алыусы табылған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: