Даирә
-2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 17:04

Айгөлдө ҡыҙы көтә

Белорет ҡалаһында 35 йәшлек Айгөл Фәйзуллина юғалған. Уның апаһы Маргарита белдереүнсә, ҡатынды һуңғы тапҡыр

август уртаһында күргәндәр. Ул был турала “КП-Уфа” баҫмаһына һөйләгән.
Ҡатын 19 август көндө өйөнән сыҡҡан һәм үҙе менән бер нимә лә алмаған.
– Ул үҙе менән бер нимә лә алмаған: телефоны, документтары һәм сумкаһы өйҙә ҡалған. Был бик ғәжәп. Подъездан сыҡҡан да, ғәйеп булған. Шул саҡтан бирле уны күргәнебеҙ юҡ, – ти ул.
Айгөлдө өйөндә 15 йәшлек ҡыҙы ашҡынып көтә.
– Ул элек тә өйҙән сығып китә ине, тик һәр ваҡыт бәйләнештә булды, – тигән Маргарита.
Юғалған ҡатындың билдәләре: буйы 168 см, сәстәре ҡара төҫтә. Һул яҡ яурынында татуировкаһы бар. Ул ҡара куртка, ҡара-зәңгәр спорт салбары, һоро кофта һәм ҡара ботинка кейгән булған.
Әгәр уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, полицияға йәки 8-927-939-09-05 телефонына шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: "КП-Уфа".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в