Мәскәүҙә актер Михаил Ефремовтың эше буйынса суд бара. Актерҙы иҫерек килеш кешене машина менән тапа үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.
Суд алдында сығыш яһап, дәүләт ғәйеләүсеһе актерҙы ун бер йылға дөйөм режимлы колонияла иркенән мәхрүм итеүҙе һораны. Шунһыҙ Ефремов тәртибен төҙәтмәйәсәк, ти прокурор.
Әйткәндәй, аварияла һәләк булған курьерҙың Сергей Захаровтың улы актерҙы һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорағайны.
Прокурорҙың һүҙҙәре буйынса, Ефремовтың ғәйепле булыуы раҫланған. Авария күп кешеләрҙең күҙ алдында була. Прокурорҙың һүҙҙәре буйынса, курьер бер нисек тә авариянан ҡаса алмаған: Ефремов ултырған машина максималь тиҙлекте 25 км/сәғәткә арттырған һәм ҡаршы юлға сыҡҡан.
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова