Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 10:40

Баҙҙа тонсоғоп үлгән

Өфө районында бер ир баҙҙа тонсоғоп үлгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ир менән ҡатын ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән емеш-еләк, йәшелсәләрен һаҡларға төшөрөр алдынан, дезинфекция маҡсатында, баҙҙы ыҫлап, төтәтеп алырға була. Әммә уны яҡшылап елләтмәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ир кеше баҙҙа тонсоғоп йән бирә. Ҡатынды ҡотҡарып өлгөрәләр, ул әле дауаханала.
Ваҡиға урынында тәфтишселәр тикшереү эше алып бара.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Римма Султанова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: