Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 10:43

100 йәшлек инәйҙән сәләм!

Йөҙ йәшен тултырған Әлмира инәйҙең Инстаграмда ултырыуы тураһында яҙғайныҡ. “Ысынмы был хәбәр?”, “Булмаҫтыр, ышанғы килмәй”, “Үҙе яҙып аралашамы, әллә берәйһе ярҙам итәме?” кеүек һорауҙар яуҙырҙылар. Һис тә шаштырыу түгел: оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Әлмира Хөснулла ҡыҙы минең менән Инстаграм аша көн дә тиерлек хәбәрләшә.

Ошо көндәрҙә йөҙйәшәр инәй менән урамда осрашыу бәхете лә тәтене.
"Миңә дуҫлыҡ тәҡдим иткән егет һин бит... – тип кеткелдәне танышым. – Инстаграмдағы фотоң менән сағыштырғанда, йәшерәк тә икәнһең әле!"
Ихлас һөйләштек. Әңгәмәсем тыумышы менән Стәрлетамаҡ районынан. Ире менән өс бала үҫтергәндәр. Бөгөн инәй ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре хөрмәтендә баш ҡалала йәшәй. Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын тамамлаған, ғүмер буйы математика фәнен уҡытҡан.
Йөҙйәшәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, тормошона Интернет килеп ингәс, күңеленең йәшәреп киткәнен тойған, әле үҙен йәштәр рәтенә ҡуя. Теләге булған һәр өлкән кеше компьютер серҙәренә төшөнә ала, ти ул. Инәйгә ныҡлы һаулыҡ, сағыу кисерештәр, яңы дуҫтар теләйбеҙ.
Фото: gorod-che.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в