Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 13:30

Үҫмер иҫәптә торған

Ул атаһын сөй һурғыс менән туҡмаған...

31 август төнөндә Нуриман районының Нимесләр районында ҡот осҡос енәйәт теркәлә. 17 йәшлек үҫмер атаһын туҡмап үлтерә. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһының үҙ сығанағы хәбәр итә.
60 йәшлек ирҙең кәүҙәһе үҙенең йортонда табыла. Уның бик ныҡ итеп туҡмалыуы асыҡлана, айырыуса һул яҡтан сикәһе зарар күрә. Иң аяныслыһы, уны үҙенең улы туҡмап үлтергән. Уның бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияла иҫәптә торғаны билдәле. Егет атаһын үлтергәнен таныған.
Ни өсөн ғаиләлә бындай фажиғә барлыҡҡа килгән? Ни өсөн улы үҙ атаһын туҡмап үлтергән? Әлегә был һорауҙарға яуаптар юҡ. Быны хоҡуҡ һаҡсылары асыҡларға тейеш. Әйткәндәй, үҫмер ғәзиз кешеһен сөй һурғыс менән туҡмаған.
Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mer-i-pt-tor-an-438041/
Читайте нас: