Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 13:00

Бисараны танырлыҡ та түгел...

Йәш ирҙең кәүҙәһе эргәһендә ҡара салбар, ҡайыш табылған. Әгәр ҙә улар һеҙгә таныш тойолһа...

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре “Василек” баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡан: йәш ирҙең тарҡалған кәүҙәһе табылған.
Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Күҙаллауҙарынса, иргә 25-30 йәш тирәһе. Уның һәләк булған урынында ҡара төҫтәге классик салбар, ҡара ҡайыш, һоро баш кейеме фрагменты табылған.
Ирҙең әйберҙәре таныш тойолһа йәки ошо ваҡиға тураһында берәй хәбәр белһәгеҙ, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
Бының өсөн 8-999-74-174-96 йәки 02 (102 – кеҫә телефонынан), телефондары буйынса шылтыратырға йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bisarani-tanirli-ta-t-gel-437895/
Читайте нас: