Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 18:11

Бөгөндән ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Күңелле йәшәйбеҙ, һәр тыуған ай тормошобоҙға яңы үҙгәрештәр индереп тора. Уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып үтәйек.

Һалым хеҙмәте шәхси предприятиены яба ала
Яңы федераль законға ярашлы, һалым хеҙмәткәрҙәре шәхси предприятиены ҡануниәтте үтәмәгән өсөн бер яҡлы рәүештә реестрҙан төшөрөп ҡалдырыу хоҡуғына эйә. Был осраҡта эшҡыуарҙан ризалыҡ алыу талап ителмәй. Элек һалым хеҙмәте айырым осраҡта ғына юридик ойошмаларға ҡарата ошондай сара күрә ала ине.

Берҙәм Дәүләт Реестрынан шәхси предприятиены төшөрөүгә эшҡыуарҙың мәшғүллекте алып бармауы, 15 ай дауамында һалым түләмәүе һәм һалым инспекцияһына бер ниндәй ҙә отчет бирмәүе сәбәп була ала.

Ошондай тәртиптә шәхси эшҡыуарлыҡ статусынан мәхрүм ителгән шәхес бары өс йылдан һуң ғына яңынан шәхси предприятиеһын аса ала.

Һалым инспекцияһының бындай ҡарарын бер йыл эсендә судҡа бирергә мөмкин. Судҡа шәхси предприятие йәки унда үҙ мәнфәғәттәре булған вәкилдәр (мәҫәлән, кредиторҙар) мөрәжәғәт итә ала.

Алты көнгә күсәләр
Ҡайһы бер төбәктәрҙәге предприятиелар алты көнлөк эш режимына күсә. Йәғни элек аҙнаһына биш көн эшләп, ике көн ял иткән предприятиеларҙа бер ялы һәм алты көн эш графигы булған хеҙмәт аҙнаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Страховканы ҡайтарыу
1 сентябрҙән банкттан кредит алғанда түләгән страховканы, бурысты алдан ҡаплаған осраҡта, кире ҡайтырырға мөмкин. Бының өсөн кредитты тулыһынса түләгәндән һуң 14 көн бирелә.

Әлбиттә, кредит алғанда страховканан баш тартырға мөмкин, банктар был страховка хеҙмәтен көсләп таға алмай. Тик страховканан баш тартҡан осраҡта банктар процент ставкаһын арттыра, шуға ла кредит буйынса минималь процентты һаҡлап ҡалыу өсөн клиент страховкаға ла ризалаша.

Яңғыҙ әсәләргә ташламалар
Яңғыҙы бала тәрбиәләгән әсәләргә күп ташламалар ҡаралған:

әйберләтә ярҙам: бала табыу йортонан сыҡҡанда конверт, иң кәрәкле әйберҙәр, кейемдәр һәм дарыуҙар, шулай уҡ һөт кухняһында бирелгән аҙыҡ-түлек. Был ташлама сабыйҙың икенсе тыуған көнөнә тиклем бирелә;

балаға туҡланыуға киткән аҡсаны компенсациялау – бындай ярҙам бала тыуған көндән алып 36 ай дауамында күрһәтелә, йәғни өс йәшкә тиклем;

электр утына, һыуға, газға һәм башҡа коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә ташламалар йәки компенсация. Балаға йәш ярым булғансы сүп-сар сығарған өсөн дә түләмәҫкә мөмкин;

белем алыу төрөндәге хеҙмәт алыуҙа ташлама (дәүләт милке төрөндәге учреждениеларҙа);

әсә бала өсөн дауалау һәм профилактика массажы курсы юллай ала;

мәктәп ашханаһында бушлай туҡланыу;

мәктәпкәсә учреждениеға баланы тәү сиратта урынлаштырыу;

дәүләт милкендә булған мәктәпкәсә учреждениела хеҙмәт өсөн яртыһын түләүҙе юллау хоҡуғы;

“Йәш ғаилә” программаһында ҡатнашыу хоҡуғы, сөнки балалы йәш әсә йәмғиәтебеҙҙә шундай уҡ тулы ағза булып тора, тик ул 35 йәштән үтмәгән булырға тейеш;

профилактик дауалау йәки шифахана ялын ойоштороу өсөн балаға ташламалы тариф буйынса йәки бушлай тәьмин итеү ҡаралған (йылына ике тапҡыр);

дәүләт түңәрәктәренә йәки секцияларына йөрөүгә ташламаларға хоҡуҡ бирелә. Тик бындай ташлама бөтә төр секцияларға ла ҡағылмай! Шул уҡ ваҡытта ташлама 30 процентҡа тиклем етә;

икеләтелгән һалым ҡайтармаһына хоҡуҡ: һөҙөмтәлә һалым суммаһы 2 мең 800 һумға тиклем кәмей. Был балаға 18 йәш тулғансы ҡаралған.

Шулай уҡ яңғыҙ әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуғын яҡлау буйынса ла етди саралар күрелгән.

Стипендия арта
1 сентябрҙән юғары уҡыу йорттарында бюджет нигеҙендә уҡыған студенттарҙың стипендияһы дүрт процентҡа арта.

Фото: ИА «Башинформ»
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: