Әлдә шул саҡта урам һепереүсе килеп сығып, сүплектә ятҡан бәпесте күреп ҡала. Ул шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырта.
Ҡатынды әсәйҙең яңы тыуған балаһын үлтерергә тырышыу статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр. Ул үҙенең енәйәтен таный. Бөгөн был эшкә, ниһайәт, нөктә ҡуйылды. Суд уны бер йыл да алты айға иркенән мәхрүм иткән. Ул срогын колонияла үткәрәсәк, тип белдерҙеләр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Ташланған бәпескә килгәндә, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам арҡаһында ул иҫән ҡалған. Әлеге ваҡытта һаулығына бер ни ҙә янамай. Малай атаһы яғынан туғандарына опекаға тапшырылған. Был ҡатындың башҡа ике балаһын атаһына биргәндәр. Әле суд тарафынан уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе хәл ителә.