“Беслан әсәләре” комитеты рәйесе Сусанна Дудиева белдереүенсә, иҫкә алыу тағы ла ике көн дауам итәсәк.
2004 йылдың 1 сентябрендә Беслан мәктәбендә булған фажиғә ил тарихына ҡара тап булып ятты. Террорсылар меңдән ашыу аманатты уҡыу учреждениеһының спортзалында тота. Эсергә лә, ашарға ла бирмәйҙәр. Аманаттарҙы алған саҡта һәм уларҙы азат итеү операцияһы ваҡытында 334 кешенең ғүмере өҙөлә.
Беслан фажиғәһе һөҙөмтәһендә яраланғандарҙың ҡайһы берҙәре әле һаман йәшәү өсөн көрәшә, дауаланыу һәм реабилитация өсөн һәр ваҡыт аҡса талап ителә.
3 сентябрь Беслан теракты ҡорбандарын иҫкә алыуҙың рәсми көнө тип билдәләнелә.
Һуғыш, талаш, террор кеүек яуыз эштәр бер ваҡытта ла яҡшы тамамланмай, бындай бәләләрҙе Хоҙай күрһәтмәһен.