Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 23:30

Өҫтәмә аҡса килеп етәсәк

Башҡортостан ошо маҡсатта 659,3 миллион һум аҡса аласаҡ. Ул өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә тотоноласаҡ.

Рәсәйҙә төбәктәрҙә балалар пособиеһын түләүгә өҫтәмә рәүештә 34 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Хөкүмәт сайтында Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар баҫылды.
Башҡортостан ошо маҡсатта 659,3 миллион һум аҡса аласаҡ. Ул өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә тотоноласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 июненән өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ пособиеларҙы аҙ килемле ғаиләләргә түләй башланылар. Түләүҙәр күләме төбәктәге йәшәү минимумының 50 процентына тиң. Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 9 442 һум тәшкил итә, шуға ярашлы түләү күләме - 4 721 һум.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/t-m-a-sa-kilep-et-s-k-437118/
Читайте нас: