Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 22:10

Радий Хәбиров: “Ярҙам күрһәтеүгә бәйле проблема булмаҫ”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.

Бөгөн, 2 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты, уларға Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә уңыштар теләне.
– Республикабыҙҙағы барлыҡ көйәрмәндәр исеменән һеҙгә сәләм тапшырырға теләйем. “Салауат Юлаев” беҙгә бик ҡәҙерле, уның өсөн һәр саҡ ихлас янып-көйәбеҙ, – тине ул. – Үткән миҙгел бик ҡатмарлы булды. Һеҙ плей-оффта шәп уйнап, беҙҙе ҡыуандырҙығыҙ. Әммә коронавирус арҡаһында уйынды аҙағына еткерә алманығыҙ. Шулай ҙа уҙған миҙгел өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте хоккей клубына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк.
– “Салауат Юлаев” беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, Хөкүмәт яғынан хоккей клубына ярҙам күрһәтеүгә бәйле проблема булмаҫ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итербеҙ. Һөйләшеүҙәр бара, беҙҙе хуплайҙар. Шуға күрә бер нимәгә лә иғтибар итмәгеҙ. Һеҙҙең алда бер бурыс тора – аҙағына тиклем көрәшеү. Алдығыҙға юғары маҡсат ҡуйып, уларға ынтылырға кәрәк. Яңы тренерығыҙ Томи Ламса һеҙҙе яңы еңеүҙәргә илһамландырыр, тип ышанам.
Радий Хәбиров шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү зарурлығы тураһында ла әйтте.
Осрашыу аҙағында республика Башлығы хоккейсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе, ә команда капитаны Григорий Панин уға исемле хоккей формаһы тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, яңы миҙгелдә өфөләр 3 сентябрҙә ситкә сығып Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән уйнай. Үҙебеҙҙә тәүге уйын 13 сентябрҙә Омскиҙың “Авангард"ы менән була.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Radiy-H-birov--Yar-am-k-r-te-g-b-yle-problema-bulma-437555/
Читайте нас: