Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 15:27

Эшҡыуарҙы офисы эргәһендә атҡандар...

Был ике йыл элек уның өйөнә килгән баҫҡынсыларҙың ғүмерен ҡыйыу менән бәйлеме икән?

Татарстанда урындағы эшҡыуар Евгений Деданинды атҡандар. Бынан ике йыл элек ул һаҡланыу сараһын күреп, өйөнә баҫып килгән уғрыларҙы үлтергән булған.
43 йәшлек эшҡыуарҙы офисы эргәһендә башына атҡандар, тип хәбәр итәләр Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығынан. Һамар өлкәһендә йәшәгән сит ил кешеһе үлтереүҙә ғәйепләнә, уны ҡулға алғандар, тип хәбәр итә ведомство. Тәфтиш комитеты Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (үлетереү) енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
“Kazan First” һәм “Baza” порталдары сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, ҡулға алынған кеше 54 йәшлек Араик Мирзонян, тик әлегә был мәғлүмәт рәсми раҫланмаған.
Мәғлүм булыуынса, эшҡыуар эргәһендә осраҡлы шаһит торған. Атҡан кеше уға ла ҡорал тоҫҡаған, тик атмаған.
Евгений Деданин 2018 йылдың сентябрендә өйөнә баҫып ингән ике кешене үлтереүе менән билдәлелек яулай. Уны үҙен яҡлауҙа артыҡ көс ҡулланыуға бәйле хөкөм итергә теләһәләр ҙә, һөҙөмтәлә машинала әшнәләрен көткән аралашсыны ғына язаға тарттыралар. Уны баҫып талауҙы ойоштороуҙа ғәйепле тип хөкөмгә тарттыралар.
Ул саҡта ике ҡораллы ир өйгә баҫып инә һәм эшҡыуарҙы, ҡатынды, таныштарын бәйләп, аҡса талап итә башлайҙар. Евгений Деданин ысҡынып, бысаҡ ала һәм уның менән ике уғрыны ла сәнсә. Бурҙар алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Тәфтишселәр уға ҡарата енәйәт эшен ҡаҙғатһа ла, Татарстан прокуратураһы был енәйәт эшен законһыҙ тип таный. Шулай итеп, Бөгөлмә районы суды Һамар өлкәһенән булған ике ирҙе һәм уларҙың әшнәләрен ғәйепле тип таба. Машинала көтөп ултырған ир алты йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылған.
Евгений Деданин ҡатыны Олеся менән аҙыҡ-түлек магазиндары тотҡан һәм яҡшы килем алып эшләгән.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: