Даирә
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 11:20

Бер ҡалаҡ та етә

Сәсегеҙ ҡуйы булып үҫер, тырнаҡтарығыҙ матурланыр, тирегеҙ таҙарыр...

Немец халҡы уны йылына бер килограмм тирәһе ашай, ә канадалар ондан бешерелгән изделиеларға ҡушырға ярата. Бөйөк Карл һәр французға уны ашарға ҡушҡан. Һүҙ нимә тураһында бара тиһегеҙме?
Эйе, етен орлоғо. Уны хәҙер һәр магазинда, дарыуханала табырға була. Ҡиммәт тә түгел, бер ҡап орлоғо оҙаҡҡа етәсәк. Был файҙалы орлоҡтарҙа цинк, тимер, селен, А,В,Е,F витаминдары бар. Нейрондар, ҡан тамырҙары сәләмәтлеген, организмды нығытыу өсөн уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Көндәлек рационға етен орлоҡтарын индереү һеҙҙе инсульт, инфаркт сирҙәренән, тромбтарҙан ҡотҡарыр, диабетты иҫкәртер, организмдан мәкерле гельминттарҙы ҡыуып сығарыр. Сәстәрегеҙ ҡуйы булып үҫер, тырнаҡтарығыҙ матурланыр, тирегеҙ таҙарыр.
Орлоҡтар фолий һәм туйындырылған кислоталарға бай. Бындай байлыҡ менән бары балыҡтар ғына маҡтана ала. Бер ҡалаҡ ҡына ашаһағыҙ ҙа, сәләмәтлек өсөн етә. Уны ҡамырға ҡушырға ла, блюдоны биҙәргә лә, йәшелсә салатына һалырға ла мөмкин. Бына шундай сәләмәтлек хазинаһы ул етен орлоғо.
Фото: vk. com
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ber-ala-ta-et-435932/
Читайте нас в