Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 11:15

Белем көнөндә баланы бәрҙергән

12 йәшлек ҡыҙ велосипедта китеп барған булған...

Бынан бер нисә йыл элек тап 1 сентябрҙә Учалы ҡалаһында ике үҫмерҙең юлды йүгереп сыҡҡан ваҡытта тапалыуы барыһын да тетрәткәйне.
Оҡшаш хәл бөгөн Өфөлә лә күҙәтелгән. Беренсе Май урамында «Toyota RAV4» автомобиле менән идара иткән 53 йәшлек водитель велосипедта китеп барған 12 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Бәхеткә күрә, бала йәрәхәтләнһә лә, иҫән ҡалған, әле дауаханала.
Йәй дауамында күп уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен онотоп өлгөрә. Шул сәбәпле күңелһеҙ ваҡиғалар йыш теркәлә.
Шундай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ иҫкә төшөрөр кәрәк. Балаларығыҙға “Өй – мәктәп – өй” тигән хәүефһеҙ маршрут эшләгеҙ. Уның менән мәктәпкә тиклем бергә барып, айырыуса хәүефле урындарҙы билдәләгеҙ, мәҫәлән, хәрәкәт итеү юлға һалынмаған юл саты, тар тротуар, магазин янында йөк машиналарының туҡтау урыны һ.б. Йәмәғәт транспортына ултырған, төшкән мәлдә тыуған хәүеф тураһында ла мотлаҡ аңлатығыҙ.
Бәләкәй йәйәүленең кейеменә, портфеленә яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус әйберҙәр, таҫмалар тегегеҙ. Ҡараңғы мәлдә, эңерҙә, һауа торошо насар булғанда водителдәргә уны абайлау еңелгә тура киләсәк. Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: балалар һәр саҡ ата-әсәһенең өлгөһөнә эйәрә.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Belem-k-n-nd-balani-b-r-erg-n-435113/
Читайте нас в