Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 12:15

Йәшәп тә өлгөрмәнең, Салауат...

Ул күп балалы ғаиләлә үҫкән. Ике һеңлеһе ҡалған

Ял көнө төн уртаһында Сибай ҡалаһында 17 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлдө. Үҫмер мотоциклда китеп барған саҡта бордюрға барып менә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш үтә көслө була һәм ул урында һәләк була. Был турала кисә хәбәр иткәйнек. Әле иһә үҫмерҙең кемлеге һәм аварияның шарттары асыҡланды.
Баҡһаң, уның менән бергә 16 йәшлек дуҫы ла китеп барған булған. Уның мейеһе һелкенгән һәм ҡулбашы йәрәхәтләнгән. Табиптар тикшергәндән һуң уны өйөнә ҡайтарған.
Һәләк булған егет Баймаҡ районының 2-се Төрөкмән ауылынан Салауат Ш. булған тип хәбәр итә “КП-Уфа” баҫмаһы. Малай имен һәм күп балалы ғаиләлә үҫкән. Әле Салауаттың ике һеңлеһе ҡалған. Бынан тыш, алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ике ай элек кенә уның атаһы һыуға батып үлгән булған.
Салауатты бөтәһе лә күңелсәк һәм шаян егет итеп хәтерҙә ҡалдырған.
– Ни өсөн яҙмыш һәйбәт кешеләрҙе алып китә икән. Йәшәп тә өлгөрмәне, Салауат. Ул яҡшы малай ине, дуҫтары араһында һәр саҡ үҙ булды. Шаян, яҡшы күңелле, ярҙамсыл ине, – ти дуҫтары уның тураһында.
Салауат асыҡ һәм әүҙем булған. Бәләкәй саҡтан КВН уйнаған, мәктәптең йәмәғәт торошонда әүҙем ҡатнашҡан.
Ул өс йыл мотоцикл йөрөтә. Дуҫтары һөйләүенсә, ул аварияларға эләкмәгән, һәр ваҡыт ипле, аҡыл менән йөрөткән. Шулай уҡ уның водитель танытмаһы булмаған. Мотоциклы ЮХХДИ-ла тейешенсә теркәлмәгән.
Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-sh-p-t--lg-rm-ne--Salauat-434337/
Читайте нас: