Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 11:55

Уҡыусы картаһы уңайлыраҡ буласаҡ

"Ҡулаҡса менән түләүҙе тыйыуға бара алам, һәм уҡыусылар үҙҙәре менән аҡса йөрөтә алмаясаҡ".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәткә уҡыусылар картаһын файҙаланыуҙың функцияларын киңәйтергә ҡушты. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Хөкүмәт алдында был инструментты уҡыусылар өсөн мөмкин булғанса уңайлы итеү бурысы ҡуйылғайны: карта буйынса йәмәғәт транспортында йөрөргә, белем биреү учреждениеларына инергә һәм мәктәптә туҡланыу өсөн түләргә мөмкин булырға тейеш.
– Миңә әйтеүҙәренсә, был эшләмәй, йәмәғәт туҡланыуында үҫеш юҡ. Тимәк, буфеттарҙа ҡулаҡсаһыҙ түләүҙе теләмәйҙәр. Беҙ мәктәптә туҡланыу операторҙары өсөн бик күпте эшләнек. Мин мәктәптә бөтөнләй ҡулаҡса менән түләүҙе тыйыуға бара алам, һәм уҡыусылар үҙҙәре менән аҡса йөрөтә алмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына, Сауҙа буйынса дәүләт комитетына бер аҙна эсендә мәктәп уҡыусыһының картаһы үҫеше буйынса план әҙерләргә ҡушты.
Фото: aisobraz.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/U-iusi-karta-i-u-aylira-bulasa-434076/
Читайте нас в