Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 13:35

Ришат Төхвәтуллинға продюсерлыҡ үҙәге асыуға нимә этәргән?

Был хаҡта йырсы үҙенең инстаграм битендә белдергән.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин һәләтле балалар өсөн продюсерлыҡ үҙәге асҡан. Был хаҡта йырсы үҙенең инстаграм сәхифәһендә белдерә.
"Сәйлән" телевизион балалар проектында жюри булараҡ саҡырылған инем. Халҡыбыҙҙың таланттарға бай булыуына йәнә бер ҡат инандым. Конкурстан һуң, балалар менән аралашҡас, мин уларҙың төп проблемаларын асыҡланым: был - музыкаль яҡтан биҙәлеш, үҙ йәшеңә тура килмәгән репертуар һайлау һәм, әлбиттә, тауыш ҡуйыу, вокал техникаһы менән бәйле ҡыйынлыҡтар. Һәм шунда ысын мәғәнәһендә һәләтле балаларға яңы дәрәжәләргә күтәрелергә ярҙам итерлек продюсерлыҡ үҙәген асыу идеяһы тыуҙы"- тип яҙған Ришат үҙенең инстаграм сәхифәһендә.
Ришат Төхвәтуллиндың матур башланғысы киләсәктә ҙур уңыштар килтерһен, яңы йәш таланттар асыуҙа ҙур өлөш индерһен, тип теләйһе генә килә.
Фото: uly.radario.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Rishat-T-hv-tullin-a-prodyuserli---ge-asiu-a-nim-et-rg-n-434302/
Читайте нас: