Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
31 Август 2020, 18:11

Гүзәл Уразова ҡыуанысы менән уртаҡлашты

Ғаиләнең ишәйеүе һәр ваҡыт күңелле һәм шатлыҡлы ваҡиға, әлбиттә. Ошондай һәйбәт яңылыҡ менән йырсы Гүзәл Уразова ла уртаҡлашты - Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте.

“Минән күптәр, Гүзәл һеҙ бәпес көтәһегеҙме, тип һорай башланы. Әлбиттә, бындай шәхси мәсьәләләр тураһында һөйләргә яратмайым, шулай ҙа әле уртаҡлашырға булдым. Һәр ваҡыт өс бала тураһында хыяллана инем. Шулай ҙа Аллаһ Тәғәлә беҙгә тағы бер ҙур шатлыҡ бүләк итергә булды. Бик шатбыҙ. Көтәбеҙ һине, бәпесем”, – тип яҙҙы йырсы.
Ул шулай уҡ әлегә биш кешенән торған ғаиләһенең фотоһын да һалған. Гүзәлдең өс балаһы бар - Эллари, Камилла һәм Самир.
Әйткәндәй, ул ауырлы икәнлеген байтаҡ ваҡыт йәшерергә тырышҡан. Яңыраҡ ире Илдар менән икеһен балалар кейеме магазинында күргәндәр. Кешеләрҙең, әллә сабый көтәһегеҙме, тип һорауына Гүзәл, дуҫтарыбыҙҙың балаһына бүләк алабыҙ, тип яуаплаған. Әммә иғтибарлылар уның бәпес көткәнен һиҙгән.
Яратҡан йырсыбыҙға һәм уның ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: