Даирә
+4 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
31 Августа 2020, 13:15

Эх һин, ҡыҙ бала...

27 августа республиканың Саҡмағош районында фажиғә теркәлә. Унда 16 йәшлек ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табыла. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫмерҙең кәүҙәһе таң менән кер элә торған майҙансыҡта табыла. Уны күргән кешеләр шунда уҡ полиция һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Әммә табиптарҙың булышлығы өсөн һуң була. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәлә иҫәптә торған.
Хоҡуҡ һаҡсылары урындан уның кейемдәрен, бысаҡ, бау һәм ике кеҫә телефонын алған. Әлеге ваҡытта фажиғәгә аныҡлыҡтар индерелә.
Билдәле булыуынса, үҫмер туғыҙынсы класты тамамлаған. Ни өсөн был донъянан китергә ашыҡҡандыр? Әлегә билдәле түгел. Ата-әсәгеҙҙе, яҡындарығыҙҙы ҡара ҡайғыға һалмаһығыҙ ине, йәштәр...
Фото: т.роза
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас