«15 сентябргә йылы биреү өсөн бөтә нәмә әҙер булһын. Тәү сиратта социаль учреждениеларҙы йылыта башлайбыҙ. Барыһы ла һауа шарттарына бәйле», — тип
билдәләне баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин. Ул шулай уҡ ҡайһы бер медицина учреждениелары урынлашҡан йорттарҙы контролгә алырға ҡушты. Был йорттарға йылы ваҡытынан алда бирелергә тейеш.