Егет 2020 йылдың 19 июнендә юғалған. Сорғоттан Башҡортостанға ҡайтып барған 24 йәшлек вахтасы Айрат Бәхтиәров Силәбе өлкәһенең Һатҡы районында автобус водителенән үҙен төшөрөп ҡалдырыуҙы һораған.
Ике айҙан һуң уны эҙләүҙе туҡтаталар. Егеттең туғандары ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә булғаны асыҡланды: егеттең кәүҙәһен яңыраҡ урманда бәшмәк йыйыусылар тапҡан. Улар шунда уҡ был хаҡта полицияға хәбәр итә.
Фажиғә сәбәбе асыҡлана. Егеттең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.