Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Август 2020, 22:55
“Малайҙы бынан һөйрәп сығара ла алмайым..."
- Бер аҙҙан уның ирендәре күгәрә һәм кибә башланы...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 августа Нуриман районының Павловка ауылы эргәһендәге ҡаянан 12 йәшлек малай ҡолап төшә.
Уға шунда булған кешеләр ярҙам күрһәтә, шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡырталар, ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар ҙа сыға. Үҫмер өс метр бейеклектән ҡолап төшөп, төрлө тән йәрәхәттәре ала. Уны был урындан носилкаға һалып сығаралар.
Фажиғәнең тәүге минуттарында уҡ Светлана М. тигән ҡатын тәүге ярҙам күрһәтә. Әйтеүенсә, ул ғаиләһе менән тәбиғәттә ял иткән була, тауыштарҙы ишеткәс тә ваҡиға урынына йүгерә. Ҡаянан ҡолап төшкән малайҙың аяғы һынған була. Ҡатын уға тәүге медицина ярҙам күрһәтә – аяғына шин һала, ҡан ағыуын туҡтата, "Ашығыс ярҙам" саҡыра.
Светлана балаға нисек ярҙам иткәне, ниндәй медицина ысулдары ҡулланғаны тураһында журналистарға һөйләй. Уның билдәләүенсә, “Ашығыс ярҙам”дан бер нисә тапҡыр шылтыратып: “Ысынлап та ярҙам кәрәкме? Бәлки, үҙегеҙ уны алып килерһегеҙ?” – тип һорағандар.
“Мин асыуландым һәм: “Малайҙы бынан һөйрәп сығара ла алмайым, шулай уҡ уны ҡуҙғалтырға яраймы-юҡмы икәнлеген дә белмәйем”, - тип әйттем. Бер аҙҙан баланың ирендәре күгәрә һәм кибә башланы...” – ти хәбәр итә Светлана.
Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына сәғәт эсендә килеп етеп, үҫмерҙе хәүефле участканан сығара. Әле малай дауаханала.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Malay-i-binan--yr-p-si-ara-la-almayim-431425/
Читайте нас: