Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Август 2020, 19:20

Иренең кәүҙәһен баҙға йәшергән...

Был ҡот осҡос хәл ошо көндәрҙә Миәкә районында булған.

Миәкә районында ҡот осҡос хәл теркәлгән: 59 йәшлек ирҙең мәйетен үҙ йортоноң баҙында тапҡандар. Был хаҡта республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ирҙең ғүмерен уның 53 йәшлек ҡатыны өҙгән. 22 августа ир менән ҡатын араһында низағ сыҡҡан. Һүҙ артынан һүҙ сығып, хәл ҡан ҡойошҡа барып еткән: үҙ-үҙен тота алмаған ҡатын өҫтәлдәге бысаҡты алып иренә ҡаҙаған.
Ни эшләгәнен төшөнгәс, ул енәйәт эҙен йәшерергә маташҡан: иренең кәүҙәһен баҙға төшөргән. Әммә күңеленә тыныслыҡ тапмаған һәм икенсе көндө барыһын да улына һөйләп биргән. Улы иһә тиҙ арала йортҡа полиция саҡыртҡан.
Был ҡурҡыныс енәйәт эше әле тикшереү өҫтөндә. Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡараған, шик аҫтына алынған ҡатындан һорау алынған.
Иренең башына еткән ҡатын ғәйебен таныған, әле ул һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irene-k---en-ba-a-y-sherg-n-429995/
Читайте нас: