Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Август 2020, 14:00

Хәйбуллала карантин иғлан ителде

Был - республикала теркәлгән тәүге осраҡ. Район халҡына ҡарарҙы аңлап ҡабул итергә һәм белгестәр кәңәшен теүәл үтәргә кәрәк.

Хәйбулла районы биләмәләренең береһендә Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре тимрәү үләне таралыуын асыҡлаған. Үлән тамырҙарында фенол бар, ул йәнәш үҫкән башҡа культураларҙы зарарлай.
Был - республикала теркәлгән тәүге осраҡ. Тимрәү үләненең орлоҡтар менән таралыуы мөмкин. Был культура бойҙайға эләкһә, уның сифаты үҙгәрә, ондан әсе тәм сыға. Уны ашаған һыйырҙарҙың һөтө лә әскелтем тәм бирә. Ә йылҡы малы унан бөтөнләй һәләк булыуы мөмкин. Зарарлы үлән артабан таралмаһын өсөн карантин режимы индерелгән.
Белгестәр белдереүенсә, тимрәү табылған ерҙә өс йыл буйы үҫемлектәр үҫтермәҫкә, көтөү көтмәҫкә кәрәк. Районда 151 гектар майҙанда зарарлы үлән табылған, фитосанитар карантин 600 гектар майҙанға иғлан ителгән.
Район халҡына был ҡарарҙы аңлап ҡабул итергә һәм белгестәр кәңәшен теүәл үтәргә кәрәк. Был осраҡта фермерҙарға ла иғтибарлы булыу талап ителә.
Фото: bash.news
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/H-ybullala-karantin-i-lan-itelde-430112/
Читайте нас: