Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
28 Августа 2020, 14:25
Бушлай кино ҡарай килегеҙ!
“Кино төнө” акцияһы быйыл Рәсәйҙә бишенсе тапҡыр үткәрелә.
Был сара 29 августа шәмбе көндә көтөлә. Өфөлә “Кино төнө” өс асыҡ майҙанда үтә: Ағиҙелдең яңы төҙөкләндерелгән яр буйындағы амфитеатрында, М. Ғафури исемендәге парктың автокинотеатрында һәм республика Хәрби дан музейында.
Быйыл тамашасылар “Иван-батша улы һәм Һоро Бүре” анимация фильмының – 4-се, “Боҙ” спорт драмаһының 2-се өлөштәрен, “Холоп” комедияһын ҡарай ала. Башланыу ваҡыты – киске сәғәт 8-ҙә.
Фильмдарҙы күрһәткәндә "Роспотребнадзор"ҙың хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы бөтә талаптары ла күҙәтеләсәк.
Башҡортостан кинотеатрҙары билдәле сәбәптәр буйынса акцияла ҡатнашмай. Уларҙың эше 1 сентябрҙә тергеҙелер, тип көтөлә.
Фото: Өфө мэрияһы сайтынан.
Автор: Равиля Гатауллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bushlay-kino-arar-a-kilege-430799/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!