Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Август 2020, 12:00

Ҡатын ғәйеплеме, әллә ирме?..

Ул ҡыҙыулығы менән ҡатынының автомобилен генә ҡыйратып ҡалмай...

Күрше төбәктә – Екатеринбург ҡалаһында ир ҡатыны айырылышыуға ғариза биргән өсөн үс алыу маҡсатында уның туҡталҡала торған автомобилен пыран-заран килтерә. Йәғни уны үҙенең машинаһы менән бар яғынан дә төкөтөп сыға. Был хаҡта “Рунет”та ҡуйылған видеояҙманы миллионлаған кеше ҡараған да инде.
Әлбиттә, был эше өсөн иргә яуап бирергә тура киләсәк. Етмәһә, ул ҡыҙыулығы менән ҡатынының автомобилен генә ҡыйратып ҡалмай, үҙенең дә ҡиммәтле машинаһын юҡҡа сығара.
Был яҙма аҫтында бер әҙәм: “Бөтә ерҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар ғәйепле”, – тип яҙһа, икенселәр иһә: “Ҡыҙыҡ, был эш буйынса яҡлаусылар табырмы икән?”, “Уны психиатрия дауаханаһына оҙатырға кәрәк”, “Мөхәббәт һәм хыянат, бында нимә тип әйтәһең инде...”, “Икенсене табыр ине әле, хәҙер хоҡуҡ алдында яуап бирергә кәрәк”, “Алйотлоҡ арҡаһында үҙенеке лә йәл түгел”, – тип фекерҙәрен белдерә.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atin--yepleme--ll-irme-427507/
Читайте нас в