Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Август 2020, 23:00

“Ғаилә ипотекаһы” 3,99 процент менән!

Республика өсөн үҙенсәлекле процент ставкаһынан беренсе булып файҙаланыусылар - Эльвира һәм Руслан Ҡотлоевтар ғаиләһе.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Ғаилә ипотекаһы”н йылына 3,99 процент ставкаһы менән бирҙеләр. Күңелле хәл, әлбиттә. “Промсвязьбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте банкы яңы фатир алыусыларға шундай мөмкинлек тәҡдим итте.
Республика өсөн үҙенсәлекле процент ставкаһынан күп бала тәрбиәләгән Эльвира һәм Руслан Ҡотлоевтар файҙаланды. Ишле ғаилә башлығы хәрби хеҙмәттә булғанлыҡтан, 4,5 процентлыҡ нигеҙ ставкаһы 3,99 процентҡа тиклем кәметелгән.
“Өфө - иремдең тыуып үҫкән ҡалаһы. Шуға күрә тап ошонда фатир алырға булдыҡ, - ти Эльвира. - Бындай ставкаға беренселәр рәтендә эйә булыуыбыҙ - беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, бөтәһенә лә рәхмәтлебеҙ”.
Йәш ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ, тиҙерәк иркен йортҡа күсенергә яҙһын!
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ail-ipoteka-i-3-99-protsent-men-n-430764/
Читайте нас: