Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Август 2020, 18:11

Уҡыу йылы башы күсерелерме?

Дәүләт Думаһы депутаты уҡыуҙы 1 октябрҙән башларға тәҡдим итә.

Ата-әсә һәм балаларҙың яңы уҡыу йылына гөр килеп әҙерләнеп йөрөгән сағы. Уның башланырына ни бары бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Ә ЛДПР партияһы вәкиле, Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов быйылғы уҡыу йылын 1 октябрҙән башларға тәҡдим итә. Был әлеге лә баяғы коронавирус инфекцияһына бәйле. Тәҡдим илдең мәғариф һәм фән министры Сергей Кравцовҡа йүнәлтелгән.
Депутат белдереүенсә, Рәсәйҙә әле һаман көн һайын коронавирус менән зарарланған биш мең самаһы кешене асыҡлап торалар.
"Өҫтәмә бер ай социаль бәйләнештәрҙең ҡапыл артыуын кисектерер һәм яңы сир усаҡтарын булдырмаҫ. Бынан тыш, балаларға, ата-әсәгә кәрәкле медицина тестарын тапшырыу өсөн күберәк ваҡыт буласаҡ, был медицинаға көсөргәнеш булдырмау өсөн мөһим", – ти ул.
Әлеге пландар буйынса, уҡыу йылы 1 сентябрҙән башланырға тейеш. Тик мәктәптәрҙә күп ҡағиҙәләр үҙгәрҙе һәм талаптар ҡатмарлашты. Улар тураһында алдан хәбәр иткәйнек.
Был материалды әҙерләгәндә шул билдәле булды: тәҡдим ҡабул ителмәгән һәм уҡыу йылы, планлаштырылғанса, 1 сентябрҙән башланасаҡ.
"Уҡыу йылы башланыуы ваҡыты тураһындағы мәғлүмәт уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә еткерелде. Күптәр мәктәпкә барыуҙы ашҡынып көтә. Система тулыһынса әҙер, шуға күрә уҡыу йылы башын күсереү социаль көсөргәнеш тыуҙырыуы ихтимал", – тигәндәр илдең Мәғариф һәм фән министрлығында.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: