Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Август 2020, 16:01

Үҫмерҙәр өйөрө ҡорбандарын эҙләй...

Өфө ҡалаһының Ушаков урамында йәшәгән халыҡ үҙҙәренең балалары өсөн борсола, тип яҙа Bash.News порталы. Хафаланырға, ысынлап та, сәбәп бар.

Ҡала ситендәге урамдарҙа үҫмерҙәрҙең ойошҡан рәүештә үҙҙәренән кесерәктәрҙе йәберләүе, әйберҙәрен тартып алыуы, кәмһетеүе, көс ҡулланыуы - ысынбарлыҡ. Өйөрө менән бар урынды ҡыҙырып ҡорбандарын эҙләгән үҫмерҙәр ҙур хәүеф тыуҙыра.
Уларҙың агрессив, йәмһеҙ ҡыланышы, кешеләрҙе, тәртипте һанға һуҡмай маташыуы видеокүҙәтеү камераларына эләккән. Мәҫәлән, береһендә ҡырағайҙарса ҡыланған өйөрҙөң бер баланың велосипедын тартып алырға маташыуы, этеп-төрткөләүе күренә. Тағы бер күренеш, быныһы хәтәрерәк. Тулы кәүҙәле бер үҫмер, ҡулына тимер лом тотоп, подъездан танышының сығыуын көтә. Ҡыҙыл футболкалы малайҙың сығып килгәнен күреп, хулиган лом менән ишекте ҡыйрата башлай, һелтәнә...
Ошо урамда йәшәгәндәр әйтеүенсә, бындай хәүефле ваҡиғалар бер нисә ай инде дауам итә. Уларҙы туҡтатыусы көс юҡ, ти өлкәндәр. “Тап ошондай агрессив йәштәрҙән енәйәтселәр сыға ла инде. Иртәгә был хулигандар өйөрөнөң кешеләрҙе талауы, туҡмауы, хатта үлтереүе мөмкин”, - тип хафалана улар. Ә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа һуң?
Фото: Bash.News
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: