Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Август 2020, 14:39

Эштең дауамы буласаҡмы?

Ағымдағы йылдың июнендә Башҡортостандың Юғары суды Суд коллегияһы дознаватель ҡыҙҙы көсләү буйынса йәмәғәтселектә киң билдәле булған енәйәт буйынса, ваҡиғала ҡатнашҡан кешеләрҙең апелляция ялыуҙарын ҡарағандан һуң, өс полиция хеҙмәткәренә аҡлау ҡарарҙары сығарыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырған был яңылыҡ күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны.
Кисә иһә шул мәғлүм булды: Башҡортостан прокуратураһы республиканың Юғары суды ҡарарына кассация ялыуы биргән. Тимәк, тотош Рәсәйгә шаулаған был эштең дауамы буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, элекке полиция хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың октябрендә ҡулға алынғайны. Былтыр 26 декабрҙә Өфөнөң Киров районы суды коллегаһын мәсхәрәләүҙә ғәйепләнгән өс экс-полицейскийға хөкөм ҡарары сығарғайны, Салауат Ғәлиев һәм Эдуард Матвеев — етешәр, Павел Яромчук алты йылға дөйөм режимдағы колонияға оҙатылғайны. Бынан тыш, улар ҡыҙға әхлаҡи зыянды ҡаплау өсөн өс миллион һум түләргә тейеш ине.
Ул саҡта зыян күреүсенең адвокаты суд ҡарары менән ҡәнәғәт булыуын белдерһә, хөкөм итеүселәр ҡарар менән ҡәтғи рәүештә ризаһыҙлығын еткергәйне.
Быйыл июндә республиканың Юғары судында иһә Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Салауат Ғәлиевте һәм Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевты тулыһынса аҡланылар.
Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчук иһә тәүҙә алты йылға хөкөм ителгән булһа, июндәге судта был ваҡытты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡартҡандар.
Фото: “Газета.ру” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас в