Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Август 2020, 17:58

“Барыһынан да яҡшыраҡ”та йәнә учалылар

Зәңгәр экрандар аша Максим Галкиндың "Барыһынан да яҡшыраҡ" тапшырыуын һеҙ ҙә яратып ҡарайһығыҙмы, дуҫтар? Шоуҙа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килеп, телгә, йыр-бейеүгә оҫта, спорт яратыусы, тарих, география менән ҡыҙыҡһыныусы, ғөмүмән, ниндәй булһа ла һәләте булған ҡыҙҙар-малайҙар сығыш яһай.

Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙың балалары ла унда йыш ҡунаҡ.
Күптән түгел, Учалынан 4 кенә йәшлек Роман Мөслимов ҡатнашып, яттан «Бородино» шиғырын ятлап, барыһын да таң ҡалдырғайны.
Ошо көндәрҙә 9 йәшлек Дарина Хөсәйенова ла тапшырыуҙы төшөрөүҙә ҡатнашты.
Учалы ҡыҙы бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, каратэ буйынса донъя чемпионы исемен йөрөтә. 7 генә йәшендә Стамбул ҡалаһында үткәрелгән TURKISH OPEN KARATE 2018 халыҡ-ара турнирында еңеү яулай, ә 8 йәшендә Грузияла ойошторолған халыҡ-ара турнирында берҙән-бер Рәсәй вәкиле булараҡ беренсе баҫҡысҡа күтәрелә.
Тапшырыуҙың ҡасан эфирға сығыры әлегә билдәһеҙ, зәңгәр экрандарҙан күҙәтеп барығыҙ.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в