Был ваҡытта ул мигалкаларын, тауыш сигналын яндырып бер йәшлек баланы ҡаланың 17-се дауаханаһына алып китеп барған. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, "ГАЗель" Невский һәм Первомайский урамдары киҫелешендә сит ил машинаһы менән бәрелешә. Еңел машинаның руле артында 32 йәшлек Өфө егете ултырғанлығы билдәле.
Ашығыс ярҙам машинаһы бәрелеүҙән ҡабырғаһына әйләнеп ятҡан хатта. Һөҙөмтәлә бер йәшлек сабый дауаханаға оҙатылған. Унан тыш, табип, шәфҡәт туташы һәм баланы оҙатып барыусы тағы ике пассажир имгәнгән. Был аварияла кем ғәйепле икәнен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.