Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Август 2020, 11:30

Радий Хәбиров Камиллаға ниндәй бүләк ебәргән?

Сибай ҡыҙы көтөлмәгән бүләккә сикһеҙ шат.

Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булғайны. Таулы ҡасабаһында “Ирәндек” күп функциялы үҙәген асҡанда йәш рәссам Камилла Юнысованың төбәк етәксеһенә фотоһүрәткә ҡарап төшөргән портретын бүләк иткәне хаҡында яҙғайныҡ.
Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, ти халҡыбыҙ. Бөгөн Радий Фәрит улы буласаҡ рәссам ҡыҙға бик матур бүләк — һүрәт төшөрөү өсөн “Йәш рәссам” йыйылмаһын ебәргән. Камилла көтөлмәгән бүләккә ифрат шат. Уҡыу йылы алдынан бирелгән махсус дәртләндереү сараһы ҡыҙҙы яңы үрҙәргә әйҙәп торор тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: