Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Август 2020, 11:35

92 мең кешенең компенсацияһыҙ ҡалыуы ихтимал

Тағы ла бер тапҡыр ЕДК тураһында.

Белеүебеҙсә, федераль законға ярашлы, 1 июлдән ташламаға эйә булғандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсә. Беҙҙең республикала уларҙың һаны 500 меңдән ашыу. Был категорияға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр инә.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Ленара Иванова һөйләне.
Хәҙер ошо үҙгәрештәргә ярашлы, ЕДК күләмен иҫәпләү өсөн ай һайын мәғлүмәттәрҙе яңыртып тороу кәрәк. Был эш барышында Халыҡты социаль яҡлау үҙәге торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡса түләгән ойошмалар - “Адреслы социаль ярҙам” һәм “Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе тәьмин итеүселәр менән мәғлүмәти бәйләнеш порталы” системалары менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Түләүҙе ике айҙан һуң алып буласаҡ. Шулай июль өсөн түләү, фактик сығымдарға ярашлы, сентябрҙә биреләсәк.
Тағы бер яңылыҡ: ЕДК хеҙмәттәр өсөн бурыстар булмаған осраҡта ғына түләнәсәк.
"Муниципалитеттар, иғтибар итегеҙ, халыҡҡа ҡануниәттең яңы талаптары тураһында ентекле аңлатыу кәрәк, кире осраҡта улар компенсация ала алмаясаҡ, – тине Ленара Иванова. – Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, әле ташламаға хоҡуғы булған 92 мең кешенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстары бар".
Радий Хәбиров яңы талаптарҙы үтәү һәм халыҡтың ташламаға хоҡуҡлы граждандарына ярҙамды һаҡлау өсөн был эште үҙенең Хакимиәте контроленә алырға ҡушты.
Фото: ufa-news.net
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: